Көн дауамында үткән бәйге һөҙәмтәләренә килгәндә, Гран-приға Төркмән ауылы ҡыҙы, әлеге ваҡытта Сибай ҡалаһынанда йәшәүсе Гөлсинә Ҡудашева лайыҡ булды. Сәнғәт колледжы уҡытыусыһы халыҡ йырының бөтә нескәлектәрен еренә еткереп башҡарҙы. Беренсе урынға Динар Ласынов, Йәлил Һөйөндөкөв, Илдар Гөлбәйетов, икенсегә Ирназар Хәсәнов, Фирүзә Исҡужина, Гөлсирә Ғаббасова сыҡты. Өсөнсө урындарҙы Руслан Бикбаев, Ғәлинур Хәмитов, Әхсән Салихов, Айрат Иштанов, Миңзифа Ласынова, Вилдан Ҡотоев бүлеште. Ә Нәжип Ҡашҡаров, Илфат Йәмлихин, Динар Арыҫланов, Фәрит Йосопов, Әлифә Ласынова, Гөлфирә Юлмөхәмәтова, Фәүис Исламғолов, Вилдан Моратов, Лилиә Биктимерова, Айгүзәл Миҙәтғәлина төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Уларҙың барыһын да ҡотлайбыҙ!