Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
4 Март , 09:20

Әкрәм Ҡәйепҡолов

#Һаҡмар_конкурс#ТажетдиновҠәҙерле дуҫтар! Сираттағы конкурсантыбыҙҙы ҡаршы алайыҡ. Икенсе Этҡол ауылынан Әкрәм Ҡәйепҡоловты беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бик яҡшы белә. Тыуған ергә һөйөү менән һуғарылған, шул уҡ ваҡытта шаян да, төртмә лә шиғырҙары күптән үҙ уҡыусыларын тапҡан. Әле авторыбыҙ "Тыуған яғым", "Нимә аңлата ВАТАН" кеүек шиғырҙарын тәҡдим итә. 

Әкрәм Ҡәйепҡолов
Әкрәм Ҡәйепҡолов

ТЫУҒАН ЯҒЫМ
Мәтин һыуы тамағы
Байым-Этҡол араһы.
Көрәй тауы түбәһенән
Тыуған яҡты ҡарайһы.
Таулы буйында еләк,
Сәскәләр ҙә күбәләк.
Ҡырау һуҡмағас быйыл,
Уңды бигерәк муйыл.
Туғайҙар ҙа бытбылдыҡ
Кысҡыралар, ,,Туҡ булдыҡ".
Ҡорбан аулай яғалбай,
Ҡотола алмай турғай.
Мәтин буйы аҡландар,
Таулы буйы яландар.
Ҡыҙыл төлкө сысҡан аулап,
Ялан гиҙә аландап.
Уралымдың урманы,
Тайыш табандың ере.
Айыу ҡышын ял йортонда,
Урманда хан күк бүре.
Көнсығышта Ирәндек ,
Көнбайыш-Урал һырты.
Ошо минең тыуған ерем,
Минең илемдең ҡото.
Әкрәм Ҡәйепҡолов (Айытҡужа)


НИМӘ АҢЛАТА ВАТАН
Ватанды нисек аңлайһың,
Билдәһе нимә менән?
Кемгә нисек? Минең өсөн,
Ҡара тупраҡ, күгүлән.
Минең ватан тирә-яғым,
Саңғы эйгән текә тау.
Сиңерткәләр сырылдауы,
Үрмәкселәр ҡорған ау.
Ватан ул тау үҙәненән,
Сылтырап аҡҡан шишмә.
Тәпәй баҫҡас даръя түгел,
Бала тәү уны кисә.
Ватан ул ҡылғанлы дала,
Ватан ул- ҡара урман.
Моңон һибеп һабантурғай,
Нөктәләй күктә торған.
Ватан ул-селлә һыуығы,
Ҡыш аҙаштырған буран.
Айлы төндә күккә ҡарап,
Ас бүреләр олоған.
Яҙғы ташҡын, йәйге ямғыр,
Көслө йәшендәр булған.
Яландарҙа иген уңып,
Көҙөн келәткә тулған.
Ватан ул тыуған ауылың,
Һинең йәшәгән ерең.
Ай-һай баҫып атлап киткәс
Тәү тапҡыр аҡҡан тирең.
Ватан ул-,һин йәшәгән йорт,
Күктә йөҙгән аҡ болот.
Аҫабалыҡ ҡайтыр әле,
Тарихты булһа бороп.
Ә. Ҡәйепҡолов-Айытҡужа

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: