Бөтә яңылыҡтар
10
Конкурстар
4 Март , 09:41

Яу яланы

#Һаҡмар_конкурс #Тажетдинов Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимованың конкурсҡа тип ебәргән сираттағы хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. "Яу яланы" тип аталған был өр-яңы хикәйәне сайтҡа үтеп уҡығыҙ. 

Яу яланы
Яу яланы

Яу яланы

Илемә тыныслыҡ бирмәй дошман ярандары. Тыныслыҡты боҙорға план ҡороп тора сит-яттар. Илемдең ауыр Бөйөк Ватан һуғышын онотҡаны, иҫенән сығарғаны юҡ әле. Йыл һайын Еңеү байрамы яңыртып тора күнел торошон. Бөгөн уйлап ятам, ысынлап бит беҙҙең Илдә әллә күпме милләт халыҡ йәшәй, барыһы ла үҙ телендә һөйләшә, тыуған яҡтарҙың диалекты ла онотолмай, йолалар, барыһы ла һәүетемсә бара. Илем бай, бар яҡлап бай:
күлдәр, урман, тау, ер аҫты байлыҡтары, йәнлектәр, ҡоштар, балыҡ... һанап бөткөһеҙ. Ә бит халҡы ниндәй бит әле?!.
Ошо арала бик күп информация, үҙгәрештәр күп.

Бына өлкән синыфта уҡыған ейәнсәрем Ҡәҙриәнең алып!

Ҡәҙриәнең синыфташы Әминәнең олатаһы Айбулат һуғышта яраланып, ялға килгән.Ҡәҙриә ололарса ғорурлыҡ менән, махсус операция яугиры Айбулаттың телмәрен һүҙмә-һүҙ  еткерҙе.

Ун көн эсендәге ял араһында, яугир мәктәп тә уҡытыусылар  ойошторған осрашыуҙа  ҡатнашҡан. Балаларға яугир Айбулат үҙ кисерештәре менән бүлешкән:
" Балалар, еңеү һис шикһеҙ беҙҙә буласаҡ!
Беҙҙең батырҙар рухлы, көслө, Ил өсөн йәнен аямайҙар, ысынлап! Быны иҫбатлау урынһыҙ.
Ә миңә килгәндә артыҡ бер нәмә лә юҡ:

“Һуғыш бара, мин өйҙә ята алмайым. Мин булмаһам, кем?!  Ҡатыным әрләй. Ҡара, күпме егеттәр, йәштәр китә. Алмышты тултырҙым. Балалар күптән үҙ-аллы тормош көтә. Ейән-ейәнсәрҙәр күрҙем. Доньям теүәл, машина, кәртә-ҡура, - бөтәһе лә тиерлек яңы, әле мин ҡайтҡансы көтөрлек. Һаулыҡ - шөкөр! Ваҡытында әрме хеҙмәтендә ике йыл булынды, тормош тәжрибәм етерлек. Китәм, хохол-бендераны, америкостарҙы бәреп ҡайтам!”

Тиҙ арала барып ғариза яҙҙым, эштә лә, военкоматта ла. Әле пенсия ҡорона етмәгәнмен. Фуфайка, йылы кейемдәр, бар кәрәк-яҡты теүәлләнем шикелле. Ике көндән һыпырылам. Мәсеткә барҙым, минең бер дуҫ бында саҡта бергә йөрөй торғайным. Өйрәнгәнем доғалар уҡып, намаҙға йығылып. Хәйер бирҙем, әйттем махсус операцияға юлланғанымды.

Хушлашырға яратмайым, ҡуй шул сөсө телләнеүҙәр, күҙ йәштәре. Һау булығыҙ, иҫән тороғоҙ. Беҙ ҡайтырбыҙ  Илгә еңеү менән, Аллам бойорһа!

 Юл-юл инде, килеп етеүгә йөрәк бер аҙ тынысланды.

Алғы һыҙыҡ икенсе төрлө, тип, уйлайым. Һуғыш икенсе төрлө, заман башҡа, ҡайһы тирәлә кешеләр йәшәй, магазиндар, кафелар эшләй, уйламаҫһың һуғыш тип. Бар емерек, ҡара һөрөм баҫҡан ерҙәр. Ике аҙна өйрәнеү, әҙерлек. Ваҡыт тар. Беҙҙе алға табан әҙерләйҙәр, арала бар йәш егеттәр, егерме йәшлектәр, урта йәштәге, ололар. Оло быуын - икенсе дәүер кешеләре.

Яуға, егеттәр, яуға инәбеҙ. Күк йөҙөнә ҡарап һөжүмгә күстек, дошманға  яу асып, уң яҡтан баҫабыҙ. Бендераларға күҙ астырмай ата-ата алға барабыҙ. Күктә “мәскәй” әбей күренде, яҡындағы блиндажға алты кеше тығылдыҡ. Тынлыҡ. Беҙҙе күмде. Өс кеше яраланған, ҡалғандар ишетелмәй. Йәштәр мыштырлайҙар, ҡаны туҡтауһыҙ аға, туҡтата алмай. Кем ҡайҙа, бер нәмә күренмәй, тауыштар ғына ишетелә, ҡараңғы. Мине лә арыу эләктергән, аяҡҡа. Яралы егеттәргә ярҙам итер  ине, үҙем ҡуҙғала алмай. Мәктәп тә өйрәттеләр нисек жгут һалырға, иҫләйем. Нисә көн ятабыҙ кем белгән? Теге шыңшыған тауыштар тынды. Мәйеттәр. Миңә яуап биргән тауыш юҡ. Тағы иҫкә киләм, өҫтә һөжүм көслө геүләп ишетелә. Дрон шартланымы белмәйем, блиндаж асылды  бер яҡтан. Шыуышып сығырға ниәтләп шыуыша башланым, тағы мәскәй өҫтә. Төн етһә шыуышам, төндә һыуыҡ, кәүҙәне саҡ һөйрәп, бирешергә теләмәйем. Ваҡыт тиҙ үтә, яҡтыра, ятам ҡыбырламай. Өҫтә «мәскәй” һағалап осоп йөрөй. Аҫтағы һәр бер хәрәкәт үс төбөндә кеүек. Заман башҡа,   һуғышта көслө, башҡа.Гөрһөлдәп ер тетрәп тора. Томан эсендә, ракеталар, тыҡылдап атҡан, тауыштар,  көслө һуғыш. Баш ҡалҡытырға әмәл юҡ, бар булған доғалар, теләктәр, Аллаһы тәғәләгә ялбарып, һыйыныу. Кеше  лә ниндәйҙер көс йәшәргә барлыҡҡа килә. Һуғышып өлгөрмәй, үлге килмәй. Ошо килеш оҙаҡ шыуышып килдем, ятҡан саҡта бар үткән тормош, эшләгән яҡшылыҡ, шуҡлыҡтар, аҙғынлыҡтар, бер миҙгел. Юҡ миҙгелдә түгел, күҙ менән ҡаш араһындағы кеүек күҙ алдынан үтте. Тағы шыуышам, күпме мәйет, ҡорал, бысраҡ эсенән шыуышам, көнөм бөтмәгән икән барып сығармын, хәл бөттө. Бар булған уколдар бөттө. Ҡыл  ҡыбырлатырлыҡ хәлем юҡ, әммә шыуышырға кәрәк, асығыу уйҙа ла юҡ!

Бары үҙебеҙҙекеләргә сығырға.

Яу яланы күҙ алдында бер ҙур океан төҫлө, эсендә күпме дошман мәйеттәре,дошмандар ташлап ҡасҡан ҡорал, сит ил техника ҡырылып ята.Өстә " Мәскәй" осоп йөрөй, төндә күберәк оса.

Күҙҙе йоморға ҡурҡам, ә алғы һыҙыҡта ер тетрәй һөжүм бара. Ошо килеш ике аҙна үттем, мине күреп ҡалдылар, дрон менән нәмә ташлайҙар, һыу, медикаменттар. Бына шулай 17 көн үткән. Ҡараңғы блиндажда туғыҙ көн, туғыҙ төн үткән, аҙаҡ әйттеләр.

Сығарып алдылар егеттәр. Аллаһы Тәғәләнең ҡушыуы. Беҙҙең егеттәр - бөркөттәр ҡыйыу, батыр, сос. Иҫтән яҙғанмын.

Табиптарға тапшырғандар, иҫкә килдем дауаханала. Бына һеҙҙең алда баҫып торам.

Бер аҙ йүнәлеп алһам, тағы егеттәргә ярҙамға, дошмандарҙы ҡыуырға барам. Халҡым берҙәмлеге йәшәй, тимәк беҙ алғы һыҙыҡта. Беҙҙең Ил бар яҡтан көслө ! Рухлы, батыр халҡы менән көслө!

Яҡшы уҡығыҙ, беҙ Еңеү менән ҡайтырбыҙ!

Был – Еңеү, беҙҙең ҡулда!

Сәфинә Фәтхетдинова-Хәкимова,

Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: