Бөтә яңылыҡтар
Әҙәби бит
9 Ноябрь , 19:00

Киҫеп ташланған ғүмер

- Атай, әсәкәйем, башҡаса булдыра алманым. Аңларға тырышығыҙ. Ғәфү итегеҙ мине, ышанысығыҙҙы аҡламаным.Урман төпкөлөндәге аҡ ҡайынға элмәк элгән йәш егет күҙ йәштәрен йотто. Ирҙәр иламай тип үҫтергәйне лә бит атаһы. Тик ғәрлек йәштәре сынығып өлгөрмәгән күңеленән урғыла ла урғыла...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

- Атай, әсәкәйем, башҡаса булдыра алманым. Аңларға тырышығыҙ. Ғәфү итегеҙ мине, ышанысығыҙҙы аҡламаным.

Урман төпкөлөндәге аҡ ҡайынға элмәк элгән йәш егет күҙ йәштәрен йотто. Ирҙәр иламай тип үҫтергәйне лә бит атаһы. Тик ғәрлек йәштәре сынығып өлгөрмәгән күңеленән урғыла ла урғыла. Яңы егет ҡорона баҫҡан ғына мәлендә намыҫын тапаған берәүгә ҡаршы тора алмағанлығын белеүҙән йөрәге янды . Үҙе лә үҙен ғәфү итә алмаҫын белеү оторо ярһытты.
- Ярылһаң ярыл да ҡуй инде, мине былай ҡыйнағансы. Түҙә алмайым бит.
Алҡымына килеп тығылған йөрәген дә һәләкәткә өндәгән егет ныҡлы ҡарарға килгән ине.
- Үлергә. Китергә. Бармаҡ төртөп көлөүҙәрен күрмәҫкә. Ҡурҡаҡ тигән исем таҡтырмаҫҡа.
*****
1980–се йылдар. Егеттәрҙә оҙон сәс, киң балаҡлы салбар, ҡыҙҙарҙа ҡыҫҡа итәк модаға ингән мәл. Саф, хәйләһеҙ, ихлас йәшлек. Һөйөүгә бөрөләнгән күңелдәр. Сығарылыш синыфының киләсәкте аҡ елкәнле, зәңгәр күкле генә итеп күргән ҡыҙҙары һәм егеттәре.
- Сәриә, мине көтөрһөңме ? – Мансур һөйөклөһөн ҡосағына алды, күҙҙәренә ҡараны.
- Мәктәпте лә бөтмәгәнбеҙ бит әле, Мансур. Һин хеҙмәт һөйләйһең. Экзамен бирәйек әле. Уҡырға инмәйбеҙме ни?
- Юҡ, мин армиянан һуң керәм. Хеҙмәт иткәндәргә уҡырға инеүе еңелерәк тиҙәр. Яуаптан ҡасма, көтөрһөңме?
- Көтөрмөн, Мансур. Һинән башҡа миңә бер кем кәрәк түгел.
- Яратам һине, яратам!
Ғашиҡтарҙың һөйөүөнә шаһит аҡ ҡайын еләҫ елгә шыбыр-шыбыр сер һөйләне. Был икәүҙең серен уларҙан башҡа бер кем дә белмәй ине.

- Мөхәмәтов! Һин һаман сәсеңде киҫтермәнеңме?
- Камил Хөсәйенович, башҡа бер мәктәптә лә ҡыҫҡа сәс талап итмәйҙәр. Ниңә беҙҙә генә улай?
- Телеңә һалышма! Мин - директор шулай ҡарар иткәнмен! Әсәңде саҡырайыммы?
- Кәрәкмәй...
- Иртәгә линейкаға сәсең киҫелгән булһын, ҡара уны.

Мәктәптән ҡайтып, ҡапҡылап алған Мансур дәреслектәрен алып, ҡырға йыйынды. Ауыл көтөүен көткән атаһын бер-нисә сәғәткә ял иттереп ала ул. Атаһы ауылға ҡайтып әйләнгәнсе мал саңдауҙа була. Көтөү сыҡҡанына бер ай ҙа булмаған әле, үлән дә ҡуйы түгел, күҙ-ҡолаҡ булмаһаң, эҙләнеп сығып китергә генә торалар. Ҡайһы көндә дәреслектәре нисек килтергән шул килеш кире ҡайта. Бөгөн мал тыныс ине. Ауыл көтөүен йөрөтөрлөк урын да бик аҙ шул. Тауҙың яртыһына тиклем һөрөлгән ерҙәргә совхоз иген сәсә. Ҡаршы тауҙа шул уҡ совхоздың һарыҡ көтөүе йөрөй. Ҡарап өлгөрмәй, баҫыуҙы тапатһаң, түләнәһең . Шуға күрә лә, көтөүсе һайлауға бик яуаплы ҡарай ауыл халҡы. Мансурҙың атаһы тәжрибәле генә түгел, намыҫлы ла. Яҙҙан көҙгә хәтлем бер мал юғалмай. Һәр һыйырҙың ҡасан быҙауларын самалап, хужалары менән хәбәр алышып тора. Һыйыр быҙауын ташламай ул тип, ҡалдырып китмәй ҡырҙа, ҡарауыллап, көтәүәлләп алып ҡайтып тапшыра. Ауыл халҡы йыл һайын бер тауыштан һайлап ҡуялар. Үҙен белә белгәндән атаһына ярҙам итә Мансур. Йәй аҙағында 18 йәше тула. Экзамендан һуң йәй буйы көтөү көтөр ҙә, армияға барырмын тигән уйҙар менән йәшәй әле. Унан ҡайтҡас, Сәриәһе уҡыған уҡыу йортона инер. Икеһе лә уҡытыусы һөнәрен һайланылар.
Атаһы килеүгә малдар ҡуҙғалышҡан ине. Яр буйлап атлаған Мансур баш кейемен систе. Ҡап-ҡара ҡуйы сәстәрен ел туҙҙырҙы.
- Эээх! Күпме үҫтерҙем бит. Нисек кенә киҫеп ташлайым инде? – тип күңеле төшкән егет юл ыңғайы ауыл осондағы ағайға һуғылды. Совхоз үҙәгендәге сәс ҡырҡыу оҫтаһына барырлыҡ ваҡыт та ҡалманы бит, шул ағайҙан киҫтерәйем дә ҡуяйым тигән уйы. Ауылдың оло ирҙәре шунда йөрөй бит. Ишектә торған ҙур йоҙаҡты күреп, ҡыуанып ҡуйҙы Мансур. Өлгөрмәнем, тиер ҙә ҡуйыр директорға. Аңлар әле.

Май уртаһы. Көндәр йылы, йәйгә тартым . Мәктәптең ҡыҫыҡ коридорында түгел, рәт-рәт булып тышҡа теҙелгән уҡыусылар араһынан 10 класс уҡыусыһы Мансур Мөхәмәтовты ҡарашы менән эҙләп тапҡан мәктәп директорының йөҙө боҙолдо, ҡашы емерелде. Мәктәпкә инеп ҡайсы алып сыҡты. Бер һүҙ әйтмәй егеттең ҡаршыһына барып баҫты. Ҡаушай биргән егетте еңенән һөйрәп уртаға сығарҙы.
Мансур ҡайсыны күрмәй ине әле. Директор теҙелгәндәргә ҡарап:
- Мин Мөхәмәтовты иҫкәрттем. Бер-нисә тапҡыр. Ул бөгөн ысын ирҙәр ҡиәфәтендә килергә тейеш ине. Тыңламаны. Уға, тимәк, бисәләр һымаҡ оҙон сәс йөрөтөү оҡшай.
- Өлгөрмәнем мин.
- Өлгөрмәнең?! Эшең емерелеп ята инеме? Иҙән йыуҙың, донъя көттөңмө? Ярай, мин һиңә ярҙамға киләйем.
Мәктәп директоры Мансурҙың сәстәрен урап тотоп алды. Ҡулдарында ҡайсы уйнаны.
Таш һынға әйләнгән Мансурҙы:
- Баҫ урыныңа! – тип төрткән Камил Хөсәйенович бер ус сәсте ситкә бәрҙе лә, линейканы дауам итте.
“ Аһ!” итеп ҡалды уҡыусылар, уҡытыусылар. Мансурҙың күҙ алдын ҡапыл томан баҫты, башына ҡан йүгерҙе. Шул ҡандың шаулап аҡҡан тауышынан башҡа бер нимә лә ишетмәҫ булды. Күҙҙәрен сытырлатып йомһа, алдында мыҫҡыллы, тәкәббер ҡараш, мәрхәмәтһеҙ ҡайсы ғына ине. Артында торған Сәриәнең ҡулына ҡағылыуынан тертләп китте, аңына килгәндәй булды. Рәт араһынан артҡа ҡарай сигеп, ҡапҡаға табан йүнәлде.
Мамыҡҡа әйләнгән аяҡтарында ҡайтып ингәнендә өйҙә бер кем дә юҡ ине. Әсәһе күрше тирәгә сыҡҡандыр. Мансур ишек алдына сығып, кер бауын өҙөп йомарлап алды.
Атаһы көтөр инде . Бара алмаҫ Мансур. Бара алмаҫ. Бөгөн дә, башҡа бер ҡасан да.
- Һин ир-егетһең. Ирлек намыҫыңды тапатма. Бер кемдән дә, бер ҡасан да. Үҙеңде үҙең яҡлап өйрән. Беҙҙең затта ҡурҡаҡтар юҡ, улым. Шуны бел, онотма.
Атаһы ғәҙел булды Мансурҙың. Ғәҙел һәм намыҫлы. Ябай көтөүсенең абруйы юғары ине ауылда. Тура һүҙле көтөүсенән түрәләр ҙә шөрләңкерәй ине.
- Мин һинең һымаҡ була алманым, атай. Үҙемдән көлөргә юл ҡуйҙым. Күпме кеше алдында мәсхәрәгә ҡалдым. Мин – сепрәк.
Үҙен иң ауыр һүҙҙәр менән әрләгән Мансур йоҙроҡтары менән бите буйлап тәгәрәгән күҙ йәштәрен һөрттө.
- Иламаҫҡа. Исмаһам, иламаҫҡа.
Күҙ йәштәре һатлыҡ бит ул. Субырлап аҡты ла аҡты, аҡты ла аҡты...
*****
Һөйгәнен йәлләүҙән Сәриәнең күңеле урынында түгел ине. Ҡулын һелтәп ебәргән, ҡараштарын йәшергән егетен аңлай ине ул. Тынысланһын, кискәрәк өйҙәренә барырмын тип уйланы. Уйынан бер генә минутҡа ла сыҡманы был хәл. Әсәһенә һөйләне.
- Ииий, балаҡай! Ғәрселдәр бит улар. Директорығыҙ белә ине бит уларҙың ниндәй нәҫел икәнен. Кәрәкмәҫ ине.
Күңеленә кергән шомдан тыныслығын юғалтҡан ҡыҙ Мансурҙарҙың өйөнә атланы.
- Һаумыһығыҙ, Ғәлимә апай! Мансур өйҙәме?
- Һаумы, ҡыҙым. Юҡ шул. Көтөү яғына китмәне микән? Ни йомош ине?
- Дәреслек алып торайым тигән инем.
Артыҡ һүҙ ысҡындырыуҙан ҡурҡҡан ҡыҙ йылға буйына китте. Бына ошо кисеүҙән улар йәй булһа, етәкләшеп теге ярға сыға инеләр. Ялан аяҡтарын ваҡ балыҡтарҙан ҡытыҡлатып тора бирәләр. Һыуҙың һалҡынында Мансур һөйгәнен күтәреп ала ине. Теге ярҙа уларҙың тауы. Тау башында уларҙың ғына серҙәш ҡайыны.
Һыу һалҡын ине. Сәриә күпер яғына атланы. Йөрәге дөп-дөп тибә башланы. Ниндәйҙер хәүеф һиҙгән ҡыҙ түҙмәне, күперҙе сығыу менән тауға табан йүгерҙе.
*****
“Аһ!” итеп ҡалған аҡ ҡайын бөгөлөп төштө. Ыңғырашты. Һынып ҡына ҡуйһасы... Ике ғашиҡтың саф мөхәббәтенә шаһит ҡайын, нишләп бындай оло ғазапҡа ла шаһит иттең тип әрнене, һығылып-һығылып иланы. Олонондағы уңалып бөткән Мансур + Сәриә тигән яҙыуҙан әллә ҡан, әллә йәш тамды.
Йыл һайын наҙлы яҙҙарҙа килеп ҡосаҡлап һағышланған Сәриәгә: “Һынманым шул, һынманым...” – тип аҡланған ҡайын, бер яҙҙа япраҡҡа бөрөләнмәҫ булды. Йәй уртаһында килгән ҡыҙҙы тамырынан һурылып ауған ағас ҡаршы алды.
*****
Йөҙгә етеп барған ҡарт уҡытыусыны нисәнсе төн йоҡо алмай. Күҙен йомоуы була, алдында йәш кенә егет хасил була. Башы таҡыр итеп ҡырылған, хәрби кейемдә үҙе. Беренсе тапҡыр күргәнендә сырамытҡандай булған ҡарт бөгөн килеп таныны.
- Мөхәмәтов, һин бит был? Һин...Үлгән инең бит?
- Эйе, мин, Камил Хөсәйенович. Үлгәнмен мин. Ғүмеремде бер ус итеп һеҙ киҫеп алдығыҙ бит.
Бәхетле оҙон ғүмер кисереп, ҡартлыҡ мөхәббәтен дә татырға яҙған ҡарттың ҡолаҡ төбөндә: “Ғүмеремде киҫеп алдығыҙ бит” тигән хәбәр йоҡоларҙан ҡалдырыр көс булып яңғыраясаҡ әле. Бөрөләнеп тә сәскә атырға насип булмаған мөхәббәт йырын, ярлыҡау һорап, көтөп алғансы.

 

Наилә Хәмбәлиева

Фото: ИИ Кандински программаһы ярҙамында әҙерләнде:

Киҫеп ташланған ғүмер
Киҫеп ташланған ғүмер
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: