Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
26 Ғинуар , 16:55

Һоҡланыу тойғолары уятҡан Нәҙербаевтар

Нәҙербаевтар ауылдың төрлө эштәрендә, өмәләрҙә бик әүҙем ҡатнаша. Улар бар яҡтан өлгөлө ғаилә. Ауылда ниндәй концерт ҡуйылһа ла, Нәҙербаевтар алғы рәттә. Бына шулай йәшәй ауылдың эшһөйәр, эште яратҡан, дәртле ғаиләһе. Урамы - гөл-сәскә, һарайҙары мал-тыуар менән тулы булыуы ла уларҙың эшһөйәрлеген күрһәтә...

Һоҡланыу тойғолары уятҡан Нәҙербаевтар
Һоҡланыу тойғолары уятҡан Нәҙербаевтар

Һоҡланыу тойғолары уятҡан Нәҙербаевтар

Бөгөнгө һүҙем Мерәҫ ауылының ябай һәм уңған ғаиләһе тураһында. Эшһөйәр, алсаҡ, бөтә яҡтан да килгән Зәкиә Әҡсән ҡыҙы Нәҙербаеваның яҙмышы хаҡында. Ул Мерәҫ ауылында 1958 йылда тыуып, шунда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Баймаҡтың 1-се мәктәбендә 9-10-сы кластарҙы уҡый. Артабан Сибай һөнәрселек училищеһында крансы һөнәрен ала һәм Сибай ҡалаһында 3 йыл һөнәре буйынса эшләй.

Таулыҡай егетенә тормошҡа сыға. Мөхәббәт емештәре булып ике ҡыҙҙары донъяға килә. Зәкиә Әҡсән ҡыҙы тырышып 18 йыл мәктәп йыйыштырыусыһы булып эшләй.

Тормошта шатлығы ла, ҡайғыһы ла була. Тормош иптәше мәрхүм булғас, Зәкиә апай Бәхтигәрәй ауылы егете Әғзәмгә кейәүгә сыға. Матур итеп ҡотло йорт һалып сығалар, балаларын үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Зәкиә Әҡсән ҡыҙы һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Әғзәм ағай бик шәп тракторсы булыуы менән дан алды. Хәҙерге көндә ейән-ейәнсәрҙәрен матур итеп тәрбиәләйҙәр (үкенескә ҡаршы, кесе ҡыҙҙары мәрхүмә булды, уның балаларын үҙҙәренә алдылар). Ә балалар бик шәп булып сыҡты, гел ҡыуандырып тора. Береһе медицина юлын һайлап, Сибай поликлинкаһында эшләй. Икенсе ейәнсәре уҡытыусы һөнәрен яратып, юғары уҡыу йортоноң 4-се курсында белем ала. Ейәндәре Баймаҡ агросәнәғәт колледжының 2-се курсы студенты. Шулай итеп, Зәкиә апай гөрләтеп донъя көтә. Тормошондағы юғалтыуҙарҙы оло сабырлыҡ һәм рух көсө менән күтәрә алды. Ҡулынан килмәгән эше юҡ! Бәйләй ҙә, тегә лә, ҡорама ла ҡорай, быяла мәрйендән төрлө муйынсаҡтар эшләй. Ә сәхнәлә матур итеп шиғырҙар һөйләүенә, йырлауына, бейеүенә һоҡланып туйғыһыҙ. Әғзәм ағай менән икәүләшеп йырлаһалар, бар кеше тын ҡалып тыңлай. Зәкиә апай “Ағинәйҙәр” ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла.

Нәҙербаевтар ауылдың төрлө эштәрендә, өмәләрҙә бик әүҙем ҡатнаша. Улар бар яҡтан өлгөлө ғаилә. Ауылда ниндәй концерт ҡуйылһа ла, Нәҙербаевтар алғы рәттә. Бына шулай йәшәй ауылдың эшһөйәр, эште яратҡан, дәртле ғаиләһе. Урамы - гөл-сәскә, һарайҙары мал-тыуар менән тулы булыуы ла уларҙың эшһөйәрлеген күрһәтә.

Зәкиә Әҡсән ҡыҙы буш ваҡыттарында шиғырҙар яҙырға ла ярата. Һеҙгә шуларҙың береһен тәҡдим итәм.

Рәхмәтлемен һиңә, иптәш Нәҙербай

Осрағанға минең юлымда.

Ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алдың беҙҙе,

Һыйындырҙың балаларҙы.

Бар йылыңды бирҙең беҙҙең өсөн,

Йәлләмәнең беҙгә һис ни ҙә!

Әсе тирең түктең беҙҙең өсөн,

Ең һыҙғанып эшләнең һәр эштә.

Атай ҙа булдың беҙгә, ҡартатай ҙа,

Рәхмәтлебеҙ һиңә барыһы өсөн дә.

Киләсәктә ҡәҙер-хөрмәт күреп кенә

Йәшәһек ине иҫән-һау ғына.

Бер нисә юлда ғына, ябай һүҙҙәр аша бәхетле ғаиләнең бар хис-тойғолары, хатта яҙмышы бирелгән. Нәҙербаевтарға артабан да һоҡланғыс ғаилә булып, оҙон-оҙаҡ, бәхеттә генә йәшәргә насип булһын.

Дилбәр Хоҙайбирҙина, Мерәҫ ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: