Файҙалы кәңәштәр
6 Апрель 2025, 05:15

Ҡарағат, ҡурай еләге һәм башҡа ҡыуаҡтарҙы нисек һаҡларға?

Былтыр ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һалҡындар һуғып, күптәрҙең уңышы бөтөнләй булманы. Буласаҡ уңышты һаҡлауҙың еңел ысулы бар...

Иң мөһиме-ҡыуаҡтарҙың иммунитетын күтәрәбеҙ. Бының өсөн махсус үҫеш стимуляторҙары менән һиптерәбеҙ. Иммунитетты күтәреү өсөн Эпин, Циркон, Бор кислотаһы йәки башҡа биостимуляторҙар ҡулланабыҙ. Ҡырау алдынан ағастарға ваҡ тамсылар булһын өсөн пульверизаторҙан һиптерәбеҙ. Бындай эшкәртеү арҡаһында температура түбәнәйгәндә ваҡ тамсылар боҙ ҡабығы барлыҡҡа килтерә, ул парға әйләнеп, ҡыуаҡтарҙы һалҡын тейеүҙән һаҡлай.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас