+19 °С
Болотло
Башта тарыны эҫе һыуҙа ныҡлап йыуып алабыҙ. Ошолай иткәндә тарының әсе тәме бөтә. Унан һыуын һарҡытып, йәнә эҫе һыу ҡоябыҙ. Төнгөлөккә ҡалдырып торабыҙ. Иртәнсәк йәнә берҙе йыуабыҙ.
Был ҡоймаҡ өсөн
1 стакан тары ярмаһы
2 йомортҡа
180 мл ҡайнар һыу
1 аш ҡалағы үҫемлек майы
Тәменә ҡарап тоҙ алына.
Блендер аша ҡайнар һыу менән тары ярмаһын үткәреп алабыҙ. Унан йомортҡа, май һәм тоҙ һалып, йәнә блендерҙы әйләндерәбеҙ.
Бына ҡамыр әҙер.
Яҡшы итеп ҡыҙҙырылған табала ике яҡлап бешереп алабыҙ.
Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!