Таҙарыныу йәштәре
- Эй, әбей! Ашарға бир, мин асыҡтым! - тип ҡысҡырҙы йүгереп килеп ингән ун йәшлек Морат.
Ул атаһының шулайтып өйгә ҡайтып инеү менән аҡырып тамаҡ таптырыуын ишетеп, унан өйрәнеп алған.
- Барыһы ла әҙер, бәләкәсем. Өҫтәлгә ҡуйғанмын.
Оло йәштәге инәй ҡулдарын алъяпҡыс менән һөртә-һөртә, малайҙы ҡаршылай, уның янында баҫып тороп уны ашата.
Мөхтәрәмә инәй һуңғы 10 йылда улы һәм уның ғаиләһе менән йәшәй. Ҡарсыҡҡа мейес артында урын бүлеп бирҙеләр. “Бында йылы, бер кемгә лә ҡамасауламаҫһың”,- тине улы.
Килене ҡәйнәһе менән йәшәгеһе килмәй ине. Даими рәүештә килен ҡәйнә эшләгән бөтә нәмәне мыҫҡыл итә: йәнәһе, һауыт-һабаны дөрөҫ йыумай, йә һурпаны тәмһеҙ бешерә.
- Ни өсөн һинең әсәйең йәнә соландағы әйберҙәрҙе шылдырып бөткән! Күпме тапҡыр әйттем теймәһен тип! - тип асыуланып өндәшә йәш ҡатын иренә.
- Был һеҙҙең ҡатын-ҡыҙ эшегеҙ, мине ҡыҫтырмағыҙ!
Әсәй, өләсәй кеше был йортта әбей, ҡарсыҡ ҡына.
- Эй, әбей, һин тағы ла тауыҡтарҙы япмағанһың! Барыһы ла урамға ҡасып китте. Уларҙы үҙең индерәһеңме әллә мин йүгерәйемме?! - тип асыулана килен.
- Мин, килен, мин, хәҙер уларҙы тауыҡ аҙбарына ҡыуып индерәм. Һин ғәфү ит инде мине, күҙҙәрем насар күрә, сыҡҡандарын күрмәй ҡалғанмын.
- Һин проблемалар ғына тыуҙыраһың. Бер нәмәгә лә ҡағылма! Һуңынан барыһын да һинең артыңдан эшләр кәрәк барыбер.
Көҙгөһөн улы ауырып китте. Башта ир сиренә иғтибар итмәне, ярай, үҙе үтер тип ҡул һелтәне. Әммә тиҙҙән уны район дауаханаһына ебәрәләр.
Ғаиләлә хужаһыҙ ауыр була, барыһы ла хәҙер килендең иңенә төшә. Ҡатын-ҡыҙ нисек эшен нисек тә эшләй әле, әммә хужалыҡ эштәре лә бар. Өҫтәүенә дауаханаға барып йөрөй, ире өсөн бик борсола.
- Әбей, мин иртәгә дауаханаға барам. Һин теге баланы урамға сығарма!
- Бар, килен, бар, бөтәһен дә эшләрмен, борсолма. Аллаһ беҙҙе ҡалдырмаясаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ, улым да тиҙҙән һауығыр.
Икенсе көнө кискә ҡайтҡан килен соланда бысраҡ итектәрҙе күреп, улының урамға сығыуын белде. Ул шунда уҡ ҡәйнәһенә ташланды:
- Һиңә әйттем бит, ҡарсыҡ, уны йөрөтмә тип! Һиңә бер нәмәне ышанып тапшырырға ярамай!
- Килен, ғәфү ит, күрмәй ҡалғанмын. Мин тауыҡтарҙы ашатырға сыҡҡанда ҡасып киткән.
- Нимә өсөн миңә барыһы ла! Ир – дауаханала, һин бер нимәгә эшкинмәйһең!
Арыған ҡатын түшәккә ятып илап йоҡлап китә. Ысынында килен кеше насар түгел ул. Балалар йортонда үҫкән ҡатын иркәләүҙең, наҙҙың нимә икәнен белмәй. Бала саҡтан уның йөрәге мөхәббәтте бөтөнләй тоймай, шуға күрә яҡындары менән шул тиклем һалҡын мөғәмәлә итә. Ире уны яратһа ла, хис-тойғоларын күрһәтеп бармай. Төнөн һыу эсергә торған килен ҡәйнәһенең уҡынғанын ишетә:
- Раббым, мин барыһына ла ҡамасаулайым. Киленемә көс бир, уға барыһында ла ярҙам ит, бөтә ауырлыҡтарҙы бер үҙе күтәрә бит. Минең ғүмеремде ал, әммә улыма, киленемә һәм ейәнемә һаулыҡ бир. Раббым, уларҙың барыһы ла яҡшы булһын, барыһы ла яйға һалынһын...
Килен ҡәйнәһен тыңлай, битенән күҙ йәштәре аға. Ғүмерендә беренсе тапҡыр быға тиклем белмәгән әсә һөйөүен тойҙо. Бер кем дә уның өсөн доға ҡылғаны юҡ ине. Ул йыш ҡына рәнйеткән ҡәйнәһенән оялды. Ҡатын илай, ҡайнар күҙ йәштәре йөрәгендәге боҙҙо иретте.
Иртәнсәк тағы Мораттың ҡысҡырыуын ишетте:
- Әбей, сәй алып кил! Ишетәһеңме?!
- Хәҙер, хәҙер, бәләкәсем!
Аш бүлмәһенә хужабикә килеп сыҡты, улына уҫал ғына ҡарап:
- Ул һиңә әбей түгел! Өләсәй! Иҫеңдә тот!
Малай аптыраһа ла, әсәһе менән бәхәсләшмәне.
Унан килене сәй әҙерләп йөрөгән ҡәйнәһенең ҡулынан сынаяҡты алып:
- Мин үҙем, үҙем әҙерләйем. Барыһын үҙем әҙерләйем. Ултыр... Әсәй...
Ике ҡатындың да күҙенән йәштәр тәгәрәне. Тик был бәхет һәм таҙарыныу йәштәре ине.
Гүзәл Иҫәнгилдина.