Бөтә яңылыҡтар
10
Мәғариф
5 Февраль , 11:00

“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”

Бөгөн һүҙ ошондай тәрән мәғәнә аңлатҡан автобиографик китап авторы, үҙенең эш дәүерендә ике монография, бер нисә уҡыу программаһына методик әсбаптар яҙған РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, 1985-1988 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры булған Сәбилә Сөләймәнова тураһында булыр. Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы улдарының уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә. Шулай уҡ уҡыусыларын да онотмай, һәр ҡайһыһын хәстәрләп, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Күпме генә осрашһаҡ та, уҡыу-уҡытыу тураһында әңгәмә ҡора. Мәғариф – ул дөйөм ҡараш, ижади эш, халыҡ хәстәре, тип иҫәпләй ул. “Тормош миңә үҙе ҡанат ҡуйҙы” исемле автобиографик китабы ла ғалимә, доцент, күренекле уҡытыусының һүҙҙәренә дәлил булып тора. Ошо көндәрҙә остазыбыҙ үҙенең олпат юбилейын билдәләй. Билдәле шәхес һәм яратҡан уҡытыусыбыҙға киләсәктә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм халҡы өсөн яҡты йондоҙ булып балҡып йәшәүен теләйбеҙ.

“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”

Бөгөн һүҙ ошондай тәрән мәғәнә аңлатҡан автобиографик китап авторы, үҙенең эш дәүерендә ике монография, бер нисә уҡыу программаһына методик әсбаптар яҙған РСФСР-ҙың мәғариф отличнигы, Башҡортостан АССР-ның атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, 1985-1988 йылдарҙа Башҡортостандың мәғариф министры булған Сәбилә Сөләймәнова тураһында булыр.

Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы 1940 йылдың 5 февралендә Темәс ауылында донъяға килә. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған атаһынан ни бары 2 йәштә генә тороп ҡалған ҡыҙ әсәһе Сәмиғә тәрбиәһендә үҫә. Шуға ла ул йырсы, сәсәниә әсәһенә оҡшап, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, көслө рухлы булып үҫә. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Темәс педагогия училищеһына уҡырға инә. Ике йылдан был училище Белорет ҡалаһына күсә. 3-сө курсҡа барған 9 кеше араһынан Сәбилә ҡыҙыл диплом алып сыға. Әммә белемгә һәм яңылыҡҡа ынтылған сая ҡыҙ бының менән генә туҡталып ҡалмай. Ишмырҙа мәктәбендә бер нисә ай уҡытҡандан һуң, Башҡорт дәүләт университетынына уҡырға инә. Бында ла ул алдынғылыҡты бирмәй: портреты Почет таҡтаһынан төшмәй.

Ул хеҙмәт юлын Сибай педагогия училищеһында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Тап ошо мәлдә училищеға төрлө ауылдарҙан рус телен икмәк-тоҙлоҡ ҡына белгән уҡыусылар килә. Мин дә – тап шундайҙарҙың береһе инем. Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы ҡулында белем алыу – беҙҙең өсөн юғары көс тарафынан бирелгән бүләк төҫлө тойолдо.

Һомғол буйлы, үткер ҡарашлы, ҡәтғи тауышлы, талапсан уҡытыусыбыҙ тәүге дәрестән үк беҙҙең күңелдәрҙе арбаны. Талапсан булһа ла, беҙ уның уҫаллығын күрмәнек, тырышып уҡыныҡ. Беҙҙең төркөм етәксеһе булараҡ, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы әсәләрсә хәстәрлек күрҙе, һәр ҡайһыбыҙға ярҙам ҡулын һуҙырға тырышты. Беҙгә төплө белем биреү өсөн дәрестәрҙе лә тыҡып-тыҡып уҡытты. Лев Толстойҙың 4 томлыҡ “Война и мир” романын, үҙе әйтмешләй, һөҙөп барып сыҡҡан мәлде һәм ундағы геройҙарҙың образдарына инеп йөрөүҙәрҙе һис тә оноторлоҡ түгел! Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙының һәр дәресе үҙе бер әҫәр ине. Шуға ла күптәребеҙ, училищены тамамлау менән, артабан юғары уҡыу йорттарында белем алырға ҡарар итте. Ҡайһыларыбыҙ – Өфөләге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына, икенселәребеҙ Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инде. Ҡасандыр рус телен икмәк-тоҙлоҡ белгән үҫмерҙәр, шулай итеп, рус һәм башҡорт теле уҡытыусылары булып сыҡты, остазыбыҙҙың юлын дауам итте. Ике егетебеҙ юғары урында етәксе, бер ҡыҙыбыҙ Өфө “Китап” нәшриәтендә эшләне. Һабаҡташтарымдың күбеһе лайыҡлы исемдәр йөрөтәләр. Мин үҙем дә юғары уҡыу йортон тик яҡшы билдәләренә тамамлап, төрлө урындарҙа эшләнем.

Эйе, Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы беҙҙең өсөн өлгө һәм маяҡ булды. Һуңынан Өфөләге РСФСР министрлығының милли мәктәптәр буйынса ғилми хеҙмәткәре булғанда ла, партия өлкә комитетында фән уҡыу йорттары мөдире урынбаҫары вазифаһын башҡарғанда ла, Башҡортостандың мәғариф министры булып эшләгән дәүерендә лә уҡыусыларын һис онотманы. Һәр саҡ кәңәштәрен биреп, дәртләндереп торҙо. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, тормош иптәше Айрат Ғафаров уның ышаныслы терәге булды. Ул кешелекле, ярҙамсыл, йыр-моңға маһир кеше ине. Ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, Айрат ағай аҡыллы балалар үҫтереп ҡалдырҙы. Улдары Илдар менән Алмас та ата-әсәһенән өлгө алып, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫтеләр. Республикаға билдәле булған “Аманат” һәм “Ант” студияларын ойоштороп, халыҡ ихтирамын яуланылар. Төрлө маҡтаулы исемдәргә һәм наградаларға лайыҡ булдылар.

Әле Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы улдарының уңыштарына һөйөнөп ғүмер итә. Шулай уҡ уҡыусыларын да онотмай, һәр ҡайһыһын хәстәрләп, уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһынып тора. Күпме генә осрашһаҡ та, уҡыу-уҡытыу тураһында әңгәмә ҡора. Мәғариф – ул дөйөм ҡараш, ижади эш, халыҡ хәстәре, тип иҫәпләй ул.

Тормош миңә үҙе ҡанат ҡуйҙы” исемле автобиографик китабы ла ғалимә, доцент, күренекле уҡытыусының һүҙҙәренә дәлил булып тора.

Ошо көндәрҙә остазыбыҙ үҙенең олпат юбилейын билдәләй. Билдәле шәхес һәм яратҡан уҡытыусыбыҙға киләсәктә лә һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм халҡы өсөн яҡты йондоҙ булып балҡып йәшәүен теләйбеҙ.

1970 йылғы “Б” һәм “В” сығарылыш студенттары исеменән – Баймаҡ ҡалаһынан Нәғимә Нурғәлина.

“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
“Тормош миңә үҙе һынау ҡуйҙы”
Автор:Эльмира Киеккужина
Читайте нас: