Үҫеп килгән быуынды патриотик рухта тәрбиәләү – өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Бер генә йәмғиәт тә, дәүләт тә үҙ граждандарының илһөйәрлек рухынан башҡа йәшәй алмай. Тимәк, граждандар һәм патриоттар тәрбиәләү Рәсәй йәмғиәтенең иң мөһим маҡсаты.
Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, әҙәбиәт, география, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре һ.б. дәрестәрҙә уҡытыусылар уҡыусыларҙы шәхестең әүҙем тормош позицияһын формалаштырырға, граждандар эштәре, демократик тәртип һәм аралашыу тәжрибәһенә эйә булырға, конструктив-тәнҡитле фекерләү оҫталығын һәм күнекмәләрен, үҙаллылыҡты үҫтерергә, халыҡ традицияларына һәм мәҙәниәтенә хөрмәт, башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә һәм традицияларына ихтирам һәм яҡшы мөнәсәбәт тәрбиәләргә өйрәтә. Балалар демократик гражданлыҡ йәмғиәтенең принциптарын һәм ҡиммәттәрен, бындай йәмғиәттә кешенең тормошон һәм эшмәкәрлеген аңларға өйрәнә.
Мәктәптәрҙә Ватан тарихына арналған саралар ойошторола. Уҡыусыларҙа “Ватанға һөйөү”, “Кесе Ватанға һөйөү” төшөнсәләренең мәғәнәһен асыу, Ватанға ҡарата ихтирам тойғоһон тәрбиәләү был сараларҙың төп маҡсаты булып тора. “Батырлыҡ дәрестәре” үткәрелә, махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусылар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һ.б. менән осрашыуҙар ойошторола. Быйыл “Георгий таҫмаһы”, “Еңеү баҡсаһы”, “Еңеү тәҙрәһе”, “Хәтер шәмен тоҡандырыу”, “Һалдатҡа хат” һәм башҡа патриотик акциялар үтте. Бынан тыш, райондың белем биреү учреждениеларында патриотик шиғырҙар һөйләү, хәрби йырҙар йырлау буйынса конкурс булды.
Илһөйәрлек тәрбиәләү менән бер рәттән уҡыусыларҙың хоҡуҡи белеме, йәмғиәттә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, йәғни балиғ булмағандарҙың аңлы рәүештә дөрөҫ социаль яраҡлашыуы формалаша.
Балаларҙың әхлаҡи йөҙө инвалидтарға һәм оло йәштәгеләргә ярҙам итеү буйынса мәрхәмәтлек рейдтарында сағыла. “Таҙа ихата”, “Бәләкәй йылғалар таҙа һәм тулы булһын”, “Хәтер баҡсаһы”, “Парктар маршы”, “Тәүге сәскә”, “Йәшел планета” кеүек бик күп акциялар ойошторолдо, обелиск, һәйкәл биләмәләре төҙөкләндерелде. Мәктәп музейҙарын беҙ “патриотик тәрбиә утрауы” тип йөрөтәбеҙ. Район мәғариф системаһында барлығы 27 мәктәп музейы эшләй, шуларҙың береһенең “Мәктәп музейы” тигән танытмаһы ла бар. Баймаҡ лицей-интернатының, ҡаланың 1-се, 2-се, 3-сө, Ниғәмәт, Ярат, Сыңғыҙ, Байыш, Йомаш мәктәптәренең йәш экскурсоводтары әүҙем эшләй, балалар һәм ҡунаҡтар өсөн экскурсиялар үткәрә. Балаларҙа боронғо әйберҙәргә, ғаилә тарихына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү һәм ғаилә ҡомартҡыларын һаҡлауға ҡыҙыҡһыныу уятыу маҡсатында үткәрелгән “Сумаҙандағы музей” видеороликтар һәм презентациялар конкурсында ҡаланың 1-се, 2-се, 5-се, Ҡолсора, Ҡуянтау, Икенсе Этҡол, Ишмырҙа, Юлыҡ, Йомаш, Түбә, Байыш мәктәптәре әүҙемлек күрһәтте. Беҙҙең күптәребеҙ тәрбиә тигәндә ғаиләне күҙ алдына килтерә. Шуға ла мәктәптәрҙә класс етәкселәре ата-әсәләр менән берлектә килешеп эшләргә тырыша. Уҡыу йылы дауамында ҡала һәм райондың белем биреү учреждениеларында дөйөм класс сәғәттәре, Әсә, Оло йәштәгеләр көндәренә ҡарата һәм башҡа төрлө саралар үткәрелә, һүрәттәр күргәҙмәләре ойошторола, уҡыусылар тарафынан концерттар күрһәтелә.
Хәрби-патриотик тәрбиә тигәндә тәү сиратта күҙ алдына Рәсәйҙең хәрби тарихы, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары килеп баҫа. Балалар шанлы йылдарға бәйле үткәнен белергә тейеш. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына ҡарата ҡала һәм райондың мәғариф учреждениелары тарафынан “Хәтер баҡсаһы”, “Быуындар хәтерендә”, “Еңеү тәҙрәләре“, “Мин һинең менән ғорурланам“, “Йәнле хәтер“ акциялары ойошторолдо. Мәктәп музейҙарын “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған“ экспозициялары биҙәне. Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙар, “Батырлыҡ дәрестәре”, “Ветеран йәшәгән йорт алдындағы парад” үткәрелде. 5-се мәктәптең кадеттары “Ветеран йорто янында парад“ акцияһында ҡатнашып, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Валентина Потапованы хөрмәтләне. Иҫке Сибай мәктәбендә “шайморатовсылар” класы булдырылды. Улар һәм Баймаҡ лицейинтернатының 48 шайморатовсыһы, 3-сө һәм 5-се мәктәптәрҙең кадеттары патриотик тәрбиә биреү сиктәрендә үткәрелгән бөтә сараларҙа, 9 майҙағы Еңеү парадында әүҙем ҡатнашты.
1-7 октябрҙә ҡала һәм район мәктәптәренең 10-сы класында уҡыған 91 егет “Авангард” хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡытыу-методик үҙәгендә (Шишмә районы, Алкин-2 ҡасабаһы) уҡыу йыйынында ҡатнашты. 19 марттан 21-нә тиклем Шишмә районының “Патриот” паркында “Ир-егеттәр һөйләшеүе” йәштәр форумы уҙҙы. Был сараға Башҡортостандан 250 уҡыу алдынғыһы, йәш әрмеселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған атайҙарҙың улдары һәм атайҙар барҙы. Унда райондан Илнар Вәлиев, Алмаз Сәғәҙиев һәм Нурсолтан Мырҙағәлин ҡатнашты.
Үҫеп килеүсе быуында экологик мәҙәниәт тәрбиәләү мәктәптә экологик белем биреүҙең төп маҡсаты. Кешелә бала саҡтан тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә кәрәк. Шуға ла мәктәптәрҙә тирә-яҡ мөхит проблемаларын өйрәнеү буйынса класс сәғәттәре, дәрестән тыш саралар үткәрелә. Бының эсенә экологик өмәләр ҙә инә. Уҡыусылар йылға ярҙарын, күл буйҙарын сүп-сарҙан таҙартырға сыға. “Ҡош көнө”, “Ер көнө”, “Шыршы, йәшә”, “Ҡыш ҡоштарҙы ашат” кеүек төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Лилиә ХӘСӘНОВА,
мәғариф бүлеге методисы.