Бәхетлемен
Бәхетлемен, сикһеҙ бәхетлемен,
Йәшәгәнемә тыуған еремдә.
Күгем аяҙ, һулар һауам таҙа,
Туғандарым эргәмдә.
Әйтер инем бер һүҙ кешеләргә –
Бәхет тап һин ябай әйберҙән,
Бәхетлебеҙ, шөкөр, бәхетлебеҙ,
Йәшәгәнгә тыуған илемдә!
Өләсәйем
Өләсәйем бик уңған,
Ойоҡ, бейәләй бәйләй.
Бөтәһенә лә өлгөрә,
Әкиәтен дә һөйләй.
Әсәйҙәр
Әсәйҙәргә ваҡытыбыҙ етмәй,
Ашығабыҙ, бөтмәй эшебеҙ.
Сит-яттарға ярҙам күрһәтәбеҙ,
Әсәй көтөр, ул үҙ кешебеҙ.
Әсәйгә барыһын һөйләйбеҙ,
Ләкин иң кәрәкле,
Иң ҡәҙерле һүҙҙе әйтмәйбеҙ.
Ҡабаланам, әсәй, тиеп сығып китеп,
Яуап биргәнен дә көтмәйбеҙ.
Изге теләк теләп, доғаларын уҡып,
Әсәй ҡала беҙҙе оҙатып.
Күп кәрәкме ни уға? Ул бит әсәй!
Сикәһенә терәп сикәмде:
«Һин кәрәкһең, әсәй! Һағынам!»- тип,
Бер ҡосаҡлап уны үпһәмсе.
Ҡояш кеүек балҡыр әсә йөҙө,
Йөрәгенә килер йылылыҡ.
Шул һүҙҙәрҙе әсәйемә әйтәм тиеп,
Ҡайтып барам әле йүгереп.
Хәмитова Эльвина, Баймаҡ 5-се һанлы мәктәбенең 8а класы уҡыусыһы
Етәксеһе: Юламанова Земфира Зекериә ҡыҙы