Бөтә яңылыҡтар
10
Дин һәм иман
13 Март 2024, 08:15

Ураҙала уҡый торған өс доға

Беренсе 10 көнлөк - Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт көндәре. Унда ошо доға уҡыла: “Раббиғфир үәрхәм үә әнтә хайрур-рахимин” (Эй, Раббым, мине һәм мөьминдәрҙе ярлыҡа һәм рәхмәтеңде насип ит. Һин рәхмәт итеүселәрҙең иң хәйерлеһе). 2) Тәүбә итеү һәр ваҡытта ла бик ҙур ғибәҙәттәрҙән һанала, әммә изге Рамаҙан айының икенсе 10 көнлөгө тәүбә-истиғфар өсөн махсус ваҡыт булараҡ тәғәйенләнә. Шуға күрә...Тулыраҡ беҙҙең сайтта:

Рамаҙан айында уҡыла торған доғалар:

1) Беренсе 10 көнлөк - Аллаһ Тәғәләгә рәхмәт көндәре. Унда ошо доға уҡыла: “Раббиғфир үәрхәм үә әнтә хайрур-рахимин” (Эй, Раббым, мине һәм мөьминдәрҙе ярлыҡа һәм рәхмәтеңде насип ит. Һин рәхмәт итеүселәрҙең иң хәйерлеһе).

2) Тәүбә итеү һәр ваҡытта ла бик ҙур ғибәҙәттәрҙән һанала, әммә изге Рамаҙан айының икенсе 10 көнлөгө тәүбә-истиғфар өсөн махсус ваҡыт булараҡ тәғәйенләнә. Шуға күрә ошо көндәрҙә ураҙа тотоусы мосолман гөнаһтарын, бәндәселек менән ҡылған хаталарын ғәфү итеүен һорап, Аллаһы Тәғәләгә мөмкин ҡәҙәр йышыраҡ мөрәжәғәт итәргә тейеш. Ошо доға уҡыла: “Әстәғфируллаһә рабби мин күлли ҙәнбин үә әтүбү иләйһи” (Аллаһ Тәғәләнән минең бар гонаһтарымды ярлыҡауын һорап тәүбә ҡылам һәм ҡылған гонаһтарым өсөн үкенәм).

3) Өсөнсө 10 көнлөк - йәһәннәм утынан ҡотолоу көндәре. Бында ошо доға уҡыла: “Аллааһүммә әжирнә минән-нәр” (Эй, Аллаһ, мине йәһәннәм утынан һаҡла).

Нәсих Хәлисов фотоһы: 388d9828148882adfd34d78d27febfad

Ураҙала уҡый торған өс доға
Ураҙала уҡый торған өс доға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас: