Һаҡмар
-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғаилә
18 Ғинуар , 21:30

Күрше ҡыҙы

- Әсәйеңдең йылын уҡытҡас, никахлашырбыҙ тип уйлағайныҡ Заһиҙә менән. - Атайым атына менә-менә әйткән һүҙе тәүҙә аңыма барып етмәне. Тик башымда, уның ауыҙынан беренсе тапҡыр “Заһиҙә” исемен ишетеп: “Ғүмер буйы “күрше ҡыҙы”нан һалдырғанын ниңә Заһиҙә тип әйтте әле?!” – тигән уй мейене телеп үтте. Атайым урман эсенә инеп күҙҙән юғалғансы иҫһеҙ кешеләй шаҡ ҡатып артынан ҡарап торҙом да, ҡапыл уның әйткән һүҙҙәренең ысын мәғәнәһенә төшөнөп, ажарланып күрше йортҡа барып индем һәм, үҙ-үҙемде белештермәй, бөтә белгән әшәке һүҙҙәремде ниҙер эшләп йөрөгән Заһиҙәгә яуҙырҙым…

Күрше ҡыҙы
Күрше ҡыҙы

Нефтезаводск – Чәржев ҡалаһынан етмеш саҡрым түбәндә, Алсу-Дәрйә йылғаһына яҡын урынлашҡан ҡасаба. Буш урында барлыҡҡа килгән был ҡаласыҡ, исеменән күренеүенсә, төҙөлөп ятҡан нефть эшкәртеү заводы хеҙмәткәрҙәре, эшселәре өсөн тәғәйенләнеп, сүллек уртаһында булып, әллә ҡайҙан күҙгә ташлана. Әлеге көндә башлыса заводты төҙөүселәр йәшәгән йорттар.

Мәктәп-магазиндар, башҡа кәрәк-яраҡ объекттар күптән әҙер, төп хужаларын көтә. Ә буласаҡ гиганттың тик нигеҙе генә бар. Һәм ул нигеҙ, Союздағы башҡа ҙур төҙөлөштәргә оҡшаш булып, заводты ҡороуға бүленгән бар аҡсаны йотоп та бөткән. Күп ваҡыт юҡты бушҡа ауҙарып, урыҫтар әйтмешләй, “бешеный” аҡсалар алған эшселәр бының өсөн ҡайғырмай. “Булмаһа – табырҙар, бөтһә - тағын бүлерҙәр, дәүләттең кеҫәһе киң” – совет төҙөүсеһенең яратҡан термины. Уның ҡарауы, тирә-яҡта ятҡан ауыл-ҡышлаҡтар буласаҡ завод иҫәбенә йылдам үҫә. Башлыса мамыҡ үҫтереү, ҡуй үрсетеү менән шөғөлләнгән яҡын-тирәләге колхоз-совхоз  кешеләре төрлө юлдар менән бушлай тип әйтерлек төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алып, үҙҙәренә “хан һарайҙары” һалдылар.

Ҡасабала Башҡортостандан килеүселәр ҙә байтаҡ йәшәй. Яртыһы буш торған мин йәшәгән дөйөм ятаҡта ла күп кенә ине улар. Әлбиттә, яҡташтар булғас, бар буш ваҡытыңды бергәрәк уҙғарырға тырышаһың. Һорашып-һөйләшеп, бер-берең тураһында энәһенән-ебенә тиклем белеп бөтәһең. Бигерәк тә сит-ят ерҙәрҙә бөтә эс серҙәрен асып һалыусан.

Ә бына Ғәйфулла исемле егетебеҙ йомоҡ булды. Урманлы районда тыуып үҫкән таҙа кәүҙәле был егет бик һөйләшеп бармай. Һорауҙарға ла күп ваҡыт “эйе”, “юҡ” тип кенә яуап биргеләне. Ләкин үҙен сәйерерәк тотоуына, йөҙөндә сағылып киткән уй-кисерештәренә ҡарап, уның күңелен нимәлер өйкәгәнен белеп була ине. Мин, бик ҡыҙыҡһыныусан кеше булып, күпме генә тырышһам да, уның күңеленә үтеп инеп, һөйләндерә алманым. Араҡы – тел асҡысы, тиҙәр бит. Ләкин Ғәйфулланың эсеү түгел, йотоп ҡарағанын да күрмәнем. Унан килеп, уның һөйләшеп ултырырға форсаты ла булманы, тип әйтерлек. Һәйбәт балта оҫтаһы булараҡ, уның һәр буш ваҡытын ана шул “хан һарайы” төҙөүсе “бабайҙар” һаҡлап тороп. Эшкә алып китер булдылар. Йә булмаһа, бынан утыҙ биш саҡрымда ятҡан Дейнау ҡасабаһына, туғандары янына китеп барыр ине.

Был көндө ҡағыҙҙа бер соҡорҙо ун тапҡыр ҡаҙытып, ун тапҡыр тултыртып, бер стенаны биш ҡат һалдыртып, йәғни юҡты бар итеп, инде нәмә яҙырға, тип түшәмдән эш эҙләп, наряд бланкыларын тултырып ултырғанда, дөйөм ятаҡтағы бүлмәмә Ғәйфулла килеп инде. Ул ҡағыҙҙар менән булашып ултырғанымды күрҙе лә:

- Ғәфү ит, ағай, ваҡытһыҙ индем, ахырыһы, -тип кире сығырға боролдо.

Мин уның нисектер сәйерерәк ҡыланғанына иғтибар иттем һәм:

- Юҡ-юҡ, ҡустым, эш ҡасмаҫ, әйҙә үт! – тип туҡтата һалдым.

Ғәйфулла бер аҙ урынында тапанды ла мин күрһәткән ултырғысҡа килеп ултырҙы.

- Ней, ағай, ғәфү ит, бер аҙ эскәйнем дә…Әҙерәк һөйләшеп ултырайыҡмы әллә, тип ингәйнем…Ғәфү ит, ағай, йәме, -тип, Ғәйфулла өҫтәлгә бер ярты сығарып ултыртты.

Мин, ундай ниәтең булғас, ысҡындырырға түгел инде һине, тип уйлап, плитәгә сәй ҡуйып, өҫтәлдәге ҡағыҙҙарҙы йыйыштырып, табын әҙерләй һалдым.

Яртышар кәсә араҡы ҡойоп эскәс, инде нисәнсегәлер ғәфү үтенеп, Ғәйфулла һүҙ башланы:

- Ней, ағай, үҙең беләһең – мин әллә ниндәй ҡыйыуһыҙ бәндә бит. Бына, һинең янға кереп һөйләшеп ултырырға ла баҙнатсылыҡ юҡ. Шуға әҙерәк эсеп алдым әле…Әллә шул кеше менән бик һөйләшмәгәнгә һуңғы ваҡыт башта ҡайнаған уйҙарға түҙеп булмай башланы…Ней, ағай, ғәфү ит, һөйләйем әле…

- Әйҙә, әйҙә, бушат эсеңде! – тип мин кәсәләргә араҡы ҡойҙом.

- Миңә етте, баяғыһы ла артыҡ ине. Әйтәм бит, ҡыйыулыҡ өсөн генә. – Ғәйфулла кәсәне алдынан уҡ этеп ҡуйҙы. - Бөгөн минең ҡустыға тип әйтәйемме…Ну, шул малайға инде өс йәш тула…Иң баштан һөйләйем әле, йә аңлата алмаҫмын.

Ғәйфулла мин ҡойоп биргән сәйҙе йота-йота, “Иң баштан” төшөп һөйләп алып китте.

- Мин урман-тауҙар араһында ятҡан ауылда тыуып үҫтем. Бәләкәй сағымда ауылыбыҙ арыу уҡ ҡына ине. Утыҙлап йорт булып, башланғыс мәктәп тә бар ине. Халҡы башлыса лесхозда эшләне. Мал-тыуар аҫырап, башҡа кәсеп менән шөғөлләнеп үҙ аллы көн итеүселәр ҙә бар ине.  Ә минең атайым урман ҡарауылсыһы булды. Солоҡсолоҡ менән дә булашты. Ә беҙ, әсәйем, ике апайым һәм мин, йәй оҙоно сайыр йыйыу менән мәшғүл булдыҡ. Бишенсе синыфтан башлап утыҙ саҡрымдағы ауылда, интернатта ятып уҡыныҡ. Ялға атайым ат менән килеп алыр булды. Апайымдар оҙаҡ уҡып булашманылар, ун алтылары тулыр-тулмаҫтан кейәүгә сыға һалдылар. Береһе шул беҙ уҡыған ауылға килен булып төштө, икенсеһен райондан бер шофер егет килеп алды. Миңә ун ике йәш самаһы булғандыр, ауылыбыҙ ҡапыл ғына бөтөүгә табан китте. Ике-өс йыл эсендә күптәр лесхоз урынлашҡан ауылға күсенеп, унда биш йорт ҡына тороп ҡалды. Икәүһе, ашыбыҙ ашалған, йәшебеҙ йәшәлгән, торған еребеҙ ҙә бик еткән, тип, балалары янына күсеүгә лә ризалашмаған ҡарт-ҡороларҙыҡы булһа, береһе ирен ағас баҫып үлтереп, минән дүрт йәшкә кесе улы ғына булған Тәнзилә апайҙыҡы ине. Йәнә береһендә, беҙгә күрше генә булып, Гөльямал апай Заһиҙә исемле ҡыҙы менән йәшәне һәм беҙҙең йорт. Атайым урман ҡарауылсыһы булғас, эш урыны бында. Эшенән киткән сүрәттә лә ауылды ташларға иҫәбе юҡ ине. Халҡы күсенеп бөткәс, ауыл бушап, ҡото ҡалмағандай тойолдо. Шулай ҙа тыуған ер – тыуған ер инде ул. Барыбер үҙенә тартып торҙо.

Артабан һөйләһе һүҙҙәрем күрше ҡыҙы Заһиҙәгә бәйләнгән.

Ул беҙҙең ғаилә өсөн башта күрше ҡыҙыҡайы булды, артабан күрше ҡыҙына әйләнде. Исемен ата-әсәйем дә, беҙ ҙә йүнләп телгә алмай инек. “Күрше ҡыҙыҡайы килгән”, “күрше ҡыҙынан һора” һәм башҡалар. Ул минән дүрт йәшкә өлкән булып, кесе апайым менән бер тиҫтер ине. Атаһын хәтерләмәйем, мин белә белгәндән әсәһе менән генә йәшәнеләр. Беҙҙең бала саҡ гел бергә үтте. Ауылда үҙ тиҫтер малайҙар булмағас, апайымдар, шул күрше ҡыҙыҡайы менән бергә йөрөп, уйнап үҫтем. Интернатта ятып уҡығанда ла бер тирәлә буталдыҡ, ялға ла Заһиҙә беҙҙең менән атайымдың атына ултырып ҡайтыр булды. Әйтеүемсә, һигеҙ класты бөтөү менән апайымдар кейәүгә сығып китә һалдылар, ә күрше ҡыҙы артабан уҡып тормай, лесхозда эшләй башланы. Ә мин яңғыҙым тороп ҡалдым.

Шул ун дүрт-ун биш йәштәр самаһы булғандыр. Ҡапылдан ғына Заһиҙәне юҡһына башланым мин. Кейәүҙәге апайымдар иҫкә төшөп тә ҡарамай, ә күрше ҡыҙының ҡыйғас ҡаштары менән ҡара күҙҙәре, оҙон толомдары, алһыу йөҙө һәр саҡ күҙ алдымда. Хатта төштәремә кереп йөҙәтә башланы. Уның йөҙ-һынын күҙ алдымдан ҡыуалап та ҡарайым. Ләкин бушҡа – ҡайҙа ғына булмайым, ул мине эҙәрлекләй. Уҡыған сағымда уның йылмайған, яғымлы ҡарашын бер күреү өсөн ялымды еткерә алмай этләндем… Ә каникулдарымда уның буй-һынын алыҫтан булһа ла күреп ҡалыр өсөн эшкә киткәнен һаҡлап иртүк йоҡонан торҙом, кис ҡайтырын көтөп ваҡыт уҙғара алмай ары-бире һуғылдым. Йөрәгемдә ҡайнаған, үҙем дә аңламаған күрше ҡыҙына булған хистәр үҙемсә шул тиклем көслө ине. Уны башҡаларға, бигерәк тә үҙенә, белдереп ҡуймайым тип бар тырышлығымды һалдым. Элек апайҙарымдай күреп, шаярып-көлөшөп, һөйләшеп йөрөгән кеше, хәҙер килеп уның алдында ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә тартындым, ул һүҙ ҡушһа ни эшләргә лә белмәй ҡыҙарып-бүртендем. Ҡыҙҙар күңеле һиҙмәй булмамы ни?! Бер саҡ ул тотто ла: “Ғәйфи, ни булды һиңә, әллә берәйһенә ғашиҡһың инде?” – тип көлдө. Эйе, ғашиҡ инем. Тик башҡаларға түгел, үҙенә. Класыбыҙҙа ла, башҡаларында ла бына тигән күңелгә ятышлы һылыу ҡыҙҙар ҙа етерлек ине. Ләкин кем уйлаған үҙеңдән күпкә өлкән күрше ҡыҙына үлеп ғашиҡ булырмын тип. Һөйләһәң, кеше ышанмаҫ! Ғәйфулла һүҙенән туҡтаны ла миңә һынсыл ҡарашын ташланы. Йәнәһе, һин ышанаһыңмы, ағай?

Мин шунда уҡ:

- Ниңә ышанмаҫҡа? Булыуы бик мөмкин! – тинем.

- Әйҙә, ағай, бер аҙ йотоп ҡуяйыҡ әле, -тип әңгәмәсем кәсәһен ҡулына алды һәм, әҙерәк эсеп ҡуйғас, һүҙен дауам итте. - Шулай ике йыл самаһы яуапһыҙ мөхәббәт утында янып ыҙаландым мин. Йәй урталары ине. Бер көндө әсәйем: ”Күрше ҡыҙы лесхоздағы бер тракторист егеткә кейәүгә сыға икән!” -тигән хәбәр һалды. Шул мәл йөрәгемде йолҡоп алдылармы ни! Ҡапылдан ни эшләргә белмәй лыҡ итеп артыма ултырҙым. Бер аҙҙан иҫемә килгәндәй, бар булмышымды биләп алған уй-хистәремде әсәйемдәргә һиҙҙермәҫкә тырышып, урманға сығып йүгерҙем. Урман эсенә инеп, ерҙә тәгәрәп йөрөп үкһеп-үкһеп иланым да хатта. Зәһиҙәне мәңгегә юғалтыуымды аңлап тетрәнеү, уны ниндәйҙер күрмәгән-белмәгән егеттән көнләшеү шул тиклем көслө ине. Туй һымаҡ нәмәләре булыр көндө берәй нәмә сығарып ҡуймайым, уларҙы күрмәйем тип, ниндәйҙер сәбәп табып, райондағы апайымдарға китеп барҙым.

Күрше ҡыҙы китте. Уның менән минең өсөн бар донъяның йәме лә китеп юғалды. Әсәһе ауылда саҡта Заһиҙә ҡайтҡылап әйләнде.

Ләкин оҙаҡламай Гөльямал апайҙы алыҫтағы бер ауылдан яңғыҙаҡ ҡарт һораттырып, мал-мөлкәте менән тейәп алып китте. Шунан һуң күрше ҡыҙы ауылда бөтөнләй күренмәҫ булды.

Әсәйем һуңғы ваҡытта йыш ҡына бальниста ятҡылап сыға ине. Ләкин мантый алманы ул. Зәһиҙә кейәүгә сыҡҡан йылды эсендәге ниндәйҙер яман сирҙән мәрхүм булып ҡалды. Инде уны ла юғалтыу мине һеңгәҙәтә бәрҙе. Былай ҙа йомоҡ кеше, үҙ-үҙемә бөтөнләй бикләндем. Үҙем һәм уйҙарым менән генә йәшәүҙе артыҡ күрә башланым.

Яҡшы билдәләргә генә унынсы класты тамамлаһам да, артабан уҡыуҙы дауам итергә иҫәп юҡ ине. Берҙән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелһәм, икенсенән, атайҙы бер яңғыҙын ҡалдырғы килмәне. Шулай ҙа, әрмелә лә, артабан дә кәрәге тейер, тип военкомат аша ҡалаға шоферлыҡҡа уҡырға киттем.

Бер ялға ҡайтыуымда ихаталарында йөрөгән Заһиҙәне күреп аптырап киттем. Эргәмдә торған атайым һораулы ҡарашымды шәйләп: “Иренән айырылып ҡайтты”, -тине. Шунда минең йөрәгемде ҡапыл ялҡын ялмап алғандай булды. Ул ярһып-ярһып тибергә тотондо. Атайым: “Бар, инеп хәлен белеп сыҡ, юғиһә, килешмәҫ”, -тигәс, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына күрше йортҡа йүнәлдем.

- Ә-ә, Ғәйфи, әйҙә, түргә үт! – тине Заһиҙә, тупһаһында тапанғанымды күреп һәм, килеп күрешкәс, мине әйләндергеләп ҡарай башланы…- Ҡайһылай елле егет булып киткәнһең!..Былай булырыңды белгән булһам…

Күрше ҡыҙы шаярып һөйләшһә лә, күҙҙәре моңһоу ине.

- Маҡтап ҡына йөрөйһөң, бергәләп сәй эсеп ебәрәйек! - ул мине өҫтәл артына ултыртты. Әңгәмәләшә-әңгәмәләшә арыу уҡ ултырып ташланыҡ. Күберәк ул һөйләне, ә мин ара-тирә һүҙ ҡыҫтырғылап, уны күҙәттем. Беҙ күрешмәгән бер йыл эсендә күрше ҡыҙы нисектер ябығып, һурығып киткән. Сая ла, иркә лә күҙ ҡарашы юғалып, унда уйсанлыҡ урын алған. Үҙгәрештәр булһа ла, улар тик яҡшы яҡҡа ғына. Миңә ул элеккегә ҡарағанда ла сибәрләнеп, һөйкөмлөлөнеп киткән кеүек күренде.

Күрше ҡыҙының иренән айырылып ҡайтыуы күңелемдә өмөт сатҡылары уятып, үҙе ҡайтанан бар булмышымды биләп алды. Инде ҡалала уҡығанда ҡайтып күрер минуттарымды түҙемһеҙләнеп көтә башланым. Бесән мәле еткәс, уны әҙерләшергә, тип һорап, бер аҙнаға ауылға ҡайтып киттем.

Ялан яғынан килеүселәргә ҙур ғына диләнкә бүлгәндәр ҙә, көн оҙоно шунда булып, атайымдың бесән әҙерләргә лә ваҡыты юҡ ине. Тәнзилә апай малайы Сабир менән, күрше ҡыҙы һәм мин – дүртәүләшеп, алыҫ сабынлыҡҡа ҡуна ятып эшләргә киттек. Барғас та Сабир менән ҡатын-ҡыҙҙарға һәм үҙебеҙгә ҡыуыштар ҡороп ултырттыҡ. Тәүге ике көндә дүртәүләшеп саптыҡ, унан ҡатын-ҡыҙҙар кипкән бесәнде йыйып, күбәләргә һалды, ә беҙ икәү көн оҙоно салғы һелтәнек. Эргәлә һәр саҡ күрше ҡыҙы булғас, дәртләнеп, ҡанатланып, эшләнем мин. Бесән эше ауыр булһа ла, ошо мәлдәрҙе айҙар, йылдарға һуҙырға әҙер инем.

Дүртенсе көнөнә, буғай, Тәнзилә апай эсе ауыртыуға сыҙай алмай урынға ятты. Үтер-үтер, тиһә лә, бик яфаланғас, үҙҙәренең атын егеп, Сабир менән уны район бальнисына оҙаттыҡ.

Ҡараңғы төшөп, тамаҡ ялғап алғас, йоҡларға әҙерләнә башланыҡ. Заһиҙә менән икәүҙән-икәү генә ҡалыу мине нисектер шомландыра ла, күңел рәхәтлеге лә бирә ине.

- Нимә, айыу ботарлаһын, тип яңғыҙымды йоҡлатмаҡсы булаһыңмы?! - тине күрше ҡыҙы, минең үҙ ҡыуышыма инеп барыуымды күреп.

- Әйҙә, минең янға, ашамам үҙеңде.

Мин ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына күрше ҡыуышҡа инеп, Тәнзилә апайҙың урынына яттым. Тауыш-тыным сыҡмаһа ла, ҡул һуҙымы ерҙә генә ожмах ҡошолай күргән кешемдең ятыуын, ниҙер булыуын һиҙемләү йөрәгемде ашҡындырып типтерә, уның дөпөлдәүен Заһиҙә лә ишетәлер һымаҡ ине миңә. Бер аҙ ятҡас, күрше ҡыҙы урынынан тороп ултырып, “Уф, томра!” - тип күлдәген сисеп ташланы. Ҡыуыш ауыҙынан төшкән ай яҡтыһында уның ап-аҡ яланғас тәнен күреү миңә йәшен уты бәргәндәй тәьҫир итте - үҙ-үҙемде белештермәй уға үрелдем. Шуны ғына көткәндәй, Заһиҙә ҡулдарымды эләктереп алды ла ниндәйҙер иҫерткес тауыш менән: “Их, һин егет!..Егеткәй…”- тип үҙенең ҡайнар, тығыҙ, һиҙелерлек ҡалтыранған тәне менән миңә килеп ҡапланды…

Ике төн йомшаҡ ҡулдары менән тәнемде, миңә ят та, серле лә һүҙҙәре менән ҡолағымды иркәләне. Көндөҙөн яғымлы, сихри күҙ ҡарашы күңелемде наҙланы. Шулай ике тәүлек буйына, өнөммө-төшөммө был, тип үҙ-үҙемде белештермәй, күк менән ер араһында ҡанатланып осоп ҡына йөрөнөм. Әсәһен ҡалдырып Сабир килгәс кенә әҙерәк аң кереп, аяғыма баҫтым. “Берүк башҡаларға белдермә!” –тип ҡолағыма шыбырланы күрше ҡыҙы эште тамамлап, ҡайтырға сыҡҡас… Ләкин ҡараңғылатып ҡына ауылға ингәндә миңә тирә-яҡтағы бар йәнле лә, йәнһеҙ ҙә әйберҙәр һиҙенгән, хатта күктәге йондоҙҙар ҙа: “Беләбеҙ, беләбеҙ!”- тип күҙ ҡыҫышҡан кеүек ине. Әлбиттә, күрше ҡыҙы менән икәүебеҙ генә ҡалғанды белгәс, атайым һиҙенгәндер инде, тигән уй күңелде өйкәне. Ләкин ул миңә бик иғтибар ҙа итмәй эш тураһында һорашты ла, бергәләп тамаҡтарыбыҙҙы туйҙырғас, йоҡларға ла ятты. Ә мин, атайым хәйләкәр йылмайып ҡыҙыҡһыныусан ҡарашын ташлар, уратып булһа ла һораштырыр, тип көткән кеше,  хатта уға бер аҙ үпкәләп тә ҡуйҙым. Күрәһең, ундай-бындай “эш” ҡулынан килмәҫтәй малай ғына инем әле мин уға. Һуңыраҡ, бер өйҙә сағымда, атайым, миңә һиҙҙермәҫкә тырышып, таң алдынан ғына ҡайтып инде. “Ә-ә, ата бесәй, һин дә Тәнзилә апай янына ҡунырға йөрөй башланың, буғай!” – тип эстән генә көлөмһөрәнем, үҙемде лә тәжрибәле ир-ат рәтенә ҡуйып.

Һирәк-мирәк аулаҡта осрашһаҡ та: “Шаярҙыҡ - булды!” -тип күрше ҡыҙы ҡабат мине үҙенә яҡын ебәрмәне. Ә шулай ҙа уйым менән ул күптән минеке инде. Башымда, үҙенә әйтмәһәм дә, әрмегә киткәнсе әллә алып китергә инде, тигән уй көндән-көн нығыраҡ урын алды. Тик, бына, атайға нисек белдерергә лә, нисек уның менән һөйләшергә икән, тип хафаландым. Әсәйемдең түшәгендә башҡа кешене күргем килмәһә лә, саҡ ҡырҡын тултырған әзмәүерҙәй ир яңғыҙ йөрөмәҫ, Тәнзилә апайға өйләнер, яңы ғаилә ҡороп йәшәп китер, тип тә уйлай инем. Минеңсә, унан ике-өс йәшкә генә кесе Тәнзилә апай уға ҡатынлыҡҡа иң шәп кандидат ине.

Уҡып бөтөп, шофер танытмаһы ла алып ҡайттым. Көҙ етеп, әрмегә китер ваҡыт та яҡынлашты, ә мин һаман, ҡыйыулығым етеп, Заһиҙәгә лә, атайыма ла өйләнергә теләүемде еткерә алманым.

Бер көндө атайым, урманға сығырға әҙерләнеп, меңге атына эйәр һалып торғанда, һүҙ ыңғайына ғына әйткәндәй:

- Улым, мин һиңә яңы әсәй алып ҡайтырға уйлайым әле, һин нисек ҡарайһың? – тине. Мин, яйы сыҡҡанда үҙем дә кәләш алырға иҫәбем барын әйтермен, тип, шатлана биреберәк:

- Һәйбәт булыр, һиңә лә бисә кәрәк инде, -тинем.

- Әсәйеңдең йылын уҡытҡас, никахлашырбыҙ тип уйлағайныҡ Заһиҙә менән. - Атайым атына менә-менә әйткән һүҙе тәүҙә аңыма барып етмәне. Тик башымда, уның ауыҙынан беренсе тапҡыр “Заһиҙә” исемен ишетеп: “Ғүмер буйы “күрше ҡыҙы”нан һалдырғанын ниңә Заһиҙә тип әйтте әле?!” – тигән уй мейене телеп үтте.

Атайым урман эсенә инеп күҙҙән юғалғансы иҫһеҙ кешеләй шаҡ ҡатып артынан ҡарап торҙом да, ҡапыл уның әйткән һүҙҙәренең ысын мәғәнәһенә төшөнөп, ажарланып күрше йортҡа барып индем һәм, үҙ-үҙемде белештермәй, бөтә белгән әшәке һүҙҙәремде ниҙер эшләп йөрөгән Заһиҙәгә яуҙырҙым…

- Йә, әйтеп бөттөңмө?..Фәхишәнән һалдырҙың!.. Эйе, мин һинең менән уйнаш иттем. Ләкин минең дә яратҡан кешем менән йәшәргә хаҡым барҙыр! Ә атайыңа мин бәләкәйҙән ғашиҡ! Уға булған һөйөүем һүнмәй ҙә, һүрелмәй ҙә! Бик белгең килһә, тәүге ир кешем дә ул! Кейәүгә сығыр алдынан аулаҡта тап килтереп, көсләп тигәндәй, уға үҙемде тәҡдим иттем, бирелдем!.. Бәлки, таҙа булмағанымалыр ҙа, йыш ҡына ирем эсеп ҡайтып һүкте, туҡманы. Унда йүнле-башлы ир ҡосағы ла күрмәнем бит мин! - Бығаса үҙ-үҙен тыйып торған күрше ҡыҙының биттәре буйлап йәш тамсылары тәгәрәне һәм ул түҙмәй үкһеп үк иларға тотондо. Мин ни эшләргә белмәй, үрә ҡатып, бер урында тик торҙом. Бер аҙ тыныслана төшкәс, күрше ҡыҙы яныма килде лә, ҡулымды алып, йоморолана башлаған ҡорһағына һалды:

- Был, ҡарындағы бала, атайың үҙенеке тип уйлаһа ла, һинеке… Хоҙай шулай ҡушҡандыр инде… Тик уны хәҙер һинең менән икәү генә беләбеҙ. Ишеттеңме, Ғәйфулла, тик икәү генә беләбеҙ! Һеҙ бит сит-ят кешеләр түгел!

Уның шыбырлап әйткән был һүҙҙәренән һуң бөтөнләй шыңҡып ҡалдым. Нисек күрше йорттан сығып киткәнемде, нисек кейем-фәләнемде, документтарымды алып, районға килеп еткәнемде яҙа-йоҙа ғына хәтерләйем. Башымды тик “атайым да, Заһиҙә лә хыянатсы, хыянатсы!” тигән һүҙҙәр генә бер туҡтауһыҙ ҡабатланды ла ҡабатланды.

Апайымдарҙа өс-дүрт көн йәшәгәс, ҡулыма повестка ла килтереп тотторҙолар һәм мин әрмегә китеп барҙым.

Китер алдынан ҡайтып атайым менән хушлашманым да, һалдатта саҡта ла хат алышманыҡ. Тик апайымдарҙың яҙыуы буйынса уның Заһиҙә менән өйләнешеүҙәрен, малайҙары тыуыуын белдем. Дейнауҙа әсәйемдең апаһы Хәкимә инәйҙәр йәшәй ине. “Дембель”дән һуң тура уларға килдем һәм бында эшкә урынлаштым.

Ғәйфулла һөйләүенән туҡтап, сәй яһатып алды ла бер тынала эсеп ҡуйҙы һәм һүҙен дауам итте:

- Бына хәҙер ауылдан китеүемә, тегеләрҙе күрмәүемә өс йыл ярым үтеп тә китте. Башта уларҙы хыянатсыға һанап, бар ғәйепте уларға ауҙарып ҡуйһам да, хәҙер килеп икенсерәк тә уйлап алам. Теге ваҡыт хатта атайыма барыһын да һөйләп биреп, күрше ҡыҙының минән ауырлы икәнен дә әйтеп, араларын боҙорға ла уйлап ҡуйғайным. Үҙемде ҡыйырһытылған әҙәмгә һанап, эгоист ҡына булманым микән? Үҙ бәхетеңде генә бәхеткә һанап, башҡаларҙың бәхете тураһында уйламау шул нәмәлер ул! Бер уйлаһаң, минең күрше ҡыҙына булған мөнәсәбәтемде бөтөнләй белмәгән атайым ғәйеплеме лә, үҙенең һөйгән кешеһе менән ҡауышып йәшәргә ынтылған күрше ҡыҙы ғәйеплеме?

Һуңғы ваҡыттарҙа әсәйем үлгәндән һуң ҡапыл ҡартайып ҡалған атайымдың йөҙө күҙ алдыма килеп баҫа ла, теге ваҡыт алйотланып бәреп-һуғып сығып китеүемә үҙемде ҡәһәрләйем. Нисек тә түҙергә, белдермәҫкә булған да бит. Ә ул минең ҡылыҡтарымды нәмәгә юрарға ла белмәй, эстән генә һыҙланғандыр, моғайын. Атайым да, мин дә донъяға мәңгегә килмәгәнбеҙ… Ҡайтырға ине иҫәп. Теге малайҙы ла бик күрге килә. Ҡыҙыҡ та инде был донъя – үҙ улыңа ҡусты тип өндәш инде хәҙер…

Аҡсаны мул ғына йыйҙым. Атайымдарға ла ярҙам итермен. Үҙем дә, лесхоз тирәһендәме шунда, өй һалып , бәлки, кәләш тә алып ебәрермен. Ә күрше ҡыҙы, әйҙә, тик әсәй генә булып ҡалһын миңә…Ниәтем дөрөҫмө? Нисек уйлайһың, ағай? – тип Ғәйфулла һораулы ҡарашын миңә төбәне.

- Хаҡ уйлайһың, - тип кенә яуап бирҙем уға.

Егет, эштән сығарышып, документтарын алышып бирергә ярҙам итеүемде һораны ла хушлашып сығып китте.

Уның һөйләгәндәре башымдан китмәне ул көн. Аҙаҡ бабайымдың: “Аҙ һөйләгән күп күргән, күп һөйләгән ни күргән?”-тип һамаҡлауы ҡылт итеп иҫкә килеп төштө. Ысынлап та, өндәшмәҫ, йомоҡ кеше тураһында, ул нәмә күргән, ауыҙ асып һөйләрлек тә хәбәре юҡ тип ҡуяһың. Ә яҙмыш тигән нәмә, һин “шымтый”мы, һин “баламут”мы, тип һорап тормай, үҙе теләгәнсә бейетә икән шул!

МӨҘӘРИС БАГАЕВ

Автор:
Читайте нас: