Мерәҫ ауылының "Еңеү" паркында Нәҙербаев Сәғит Әхмәҙиә улы иҫтәлегенә округтар араһында футбол турниры үтте.
Парк уйынсыларҙың, көйәрмәндәрҙең шат тауыштарынан гөрләп торҙо. Был сәмле ярыштан кескәйҙәр ҙә ситтә ҡалманы. Уйын көсәргәнешле һәм сәмле барҙы. Һөҙөмтәләргә килгәндә,
1- се урынды - "Әпек" командаһы,
2- се урын - "Аҡминде" округы,
3- сө урынды- "Ирәндек", "С.Юлаев", "Парк" округы егеттәре командалары яуланы.
"Шишмә" округы егеттәре лә, йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, һынатманылар. Алибеков Бәхтиәр - "Иң яҡшы вратарь", Ильясов Кинйә - "Иң яҡшы ҡапҡа һаҡсыһы" тип танылдылар.
"Иң оло уйынсы" - Янтурин Таһир Фәтхулла улы, "Иң йәш уйынсы" - Галеев Рамаҙан, "Иң яҡшы һөжүмсе" - Нәҙербаев Айсыуаҡ, "Иң яҡшы уйынсы" - Надербаев Хәйҙәр Әхмәр улы һәм "Иң яҡшы көйәрмән" исеменә Хоҙайбирҙин Алтынғужа Насибулла улы лайыҡ булды. Афариндар!
Атайҙар көнөндә, өлгөлө ғаилә башлығы, спортты һөйөүсе атайҙары иҫтәлегенә ҙур турнир үткәреүсе, ауыл халҡына, йәштәргә, балаларға ҙур, файҙалы ял ойоштороусы Сәғит ағайҙың улдары Шәһит менән Батырға, барыһын да ҡайнар сәй, йылы былау менән һыйлаусы ҡыҙы Юлиәгә, Рәсимә еңгәйгә, туғандарына, кейәү-килендәренә, якындарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!