Уҡ атыу ярышына Рөстəм Нəбиев Рустам Набиев килə тигəстəр, беҙҙең Баймаҡ уҡсылары бар эштəрен ташлап, Əбйəлил районының Асҡар ауылы янында урынлашҡан Урал батыр паркына ағылды. Блогер, спортсмен, Эльбрус ҡына түгел хатта Эверест тауҙарына менеүсе альпинист, йəмəғəт эшмəкəре, легендар шəхесте күреп, уның менəн аралашыу, унан көс-дəрт алыуы үҙе бер ғүмер.
Рөстəм Нəбиевкə уҡ атыу оҫталығы үткəрелде. Тиҙ арала уҡ атыу серҙəренə төшөнөп сəптең ҡап уртаһына бер-бер артлы уҡтарҙы атып бар халыҡты хайран килтерҙе. Артыҡ күп улап тормай ярыштың иң алыҫ дистанцияһы 50 метрлыҡ алыҫлыҡҡа сығып үҙең йəнə һынап ҡарарға булды. Əлбиттə "ҡалҡан" сəбе уҡтарҙы ҡабул итмəҫкə тырышһа ла, был сəпкə лə уҡтарҙы ҡаҙай алды. Рөстəм Нəбиевтың шундай тырышлығы, батырсылығы, ҡыйыулығы башҡаларҙы илһамландырҙы.
Ярышта ете төрлө сəп урынлаштырылды:
1. Мəргəн-18 метр;
2. Дүрткүз-18 метр;
3. Тереһыу-25 метр;
4. Аждаһа-25 метр;
5. Һыбай-30 метр;
6. Тəкə-бута-40 метр;
7. Ҡалҡан-50 метр.
Һəр этапта уҡ атыу оҫталыҡтарын күрһəткəндəн һуң ир-егеттəр араһында иң мəргəне булып үҙебеҙҙең Баймаҡ районы уҡсыһы Ғəфүр Рахманғолов танылды. Бер аҙыраҡ ҡалып көмөш миҙалды сығышы менəн Төркмəн ауылы егете əлеге ваҡытта Асҡар ауылында йəшəүсе Вилүр Гальфауров алды. Ə өсөнсө урынды Баймаҡ уҙаманы Нурмөхəмəт Бикбирҙин яуланы.
Махсус бүлəктəр өсөн атышыуҙа Тимур Өмөтбаев, Имангөл Бикбирҙина еңеүгə өлгəште.
Афарин, баймаҡтар.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендə ярыш ойоштороусы "Урал батыр" паркына, Хəлилова Милəүшə апайға, ашнаҡсыларға, шулай уҡ башҡа ойоштороусыларға ҙур рəхмəтебеҙҙе еткерəбеҙ