Урал ауылында бик матур ваҡиға Рәсәйҙә – берҙәм халыҡтар йылы, Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә йылына ҡарата «Урал биҙәктәре» исемле күркәм байрам үтте. Ул сара сиктәрендә боронғо кәсептәребеҙҙең береһе — уҡтан атыуҙы тергеҙгән «Урал мәргәне» турниры ла ойошторолдо. Был ярыш халҡыбыҙҙың милли йолаларын һаҡлауға, сәләмәт тормош алып барыуға һәм йәштәрҙә сәм, таҫыллыҡ тәрбиәләүгә арналған ысын байрамға әйләнде.
Ярышта утыҙҙан ашыу уҡсы көс һынашты. Улар Баймаҡ, Хәйбулла, , Ейәнсура, Әбйәлил райондарынан һәм Өфө, Сибай ҡалаларынан килде. Спортсылар ике категорияла билдәләнде: «яңы ата башлаусылар» (Новички) һәм «оҫта атыусылар» (Любители). Ярыш биш этапта бик көсөргәнешле барҙы.
Һөҙөмтәләр түбәндәгесә:
Оҫта атыусылар номинацияһынан ир-егеттәр араһында:
1 урын — Хисаметдинов Нур (Сибай ҡалаһы)
2 урын — Мәмбәтов Ғирфан (Хәйбулла районы)
3 урын — Ниғмәтуллин Иҙел (Ейәнсура районы)
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1 урын — Ниғмәтуллина Айша (Ейәнсура районы)
2 урын — Мотаева Рәмилә (Баймаҡ районы, «Урал» клубы)
3 урын — Латыпова Резеда (Сибай ҡалаһы)
Яңы ата башлаусылар (Новички):
Ир-егеттәр араһында:
1 урын — Иҙрисов Руслан (Баймаҡ районы, «Урал» клубы)
2 урын — Иҙрисов Вилдан (Баймаҡ районы, «Урал» клубы)
3 урын — Мәүлитов Фәрит (Баймаҡ районы)
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында:
1 урын — Хәйҙәрова Мәрйәм (Хәйбулла районы)
2 урын — Игебаева Әлфиә (Хәйбулла районы)
3 урын — Поповская Рита (Хәйбулла районы)
Еңеүселәрҙе уңыштары менән ихлас ҡотлайбыҙ! Афарин, мәргәндәр!