Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Спорт
14 Августа , 09:45

Йәш бокссыларға ярҙамға

Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов йәш бокссылар менән булған бер осрашыуында спорт инвентарҙарын яңыртыуҙа ярҙам итәсәген белдергәйне. Вәғәҙә үтәлде. Ул ошо көндәрҙә балаларға яңы экипировкалар тапшырҙы.

- Биргән вәғәҙәне мотлаҡ үтәргә кәрәк. Баймаҡ районы буйынса бокс буйынса федерация рәйесе булараҡ, был спорт төрөнөң үҫешенә яуаплымын, тип һанайым, - тине Азамат Сәфәрғәле улы. – Хәҙер инде яңы экипировкаларҙа күнекмәләр уңайлы ла, хәүефһеҙ ҙә булыр, тип ышанам. Бокс – көс һәм техника ғына түгел, ә тәртип, майҙанға һиңә ҡаршы сыҡҡан спортсыны хөрмәт итеү, уның һуғыуын дөрөҫ ҡабул итеп, маҡсатыңа ынтылыу ул. Бөгөн балаларҙың характерында мин тап шул һыҙаттарҙы күрҙем дә инде. Уларҙың ҙур ярыштарҙа һынатмай, уңыштарға өлгәшеүҙәренә ышанам.

Йәш бокссыларға ярҙамға
Йәш бокссыларға ярҙамға
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас