Уҙған көндәрҙә «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында «Зарница. 2.0.» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик уйынының муниципаль этабы үтте. Сараны райондың «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы, мәғариф бүлеге, йәштәр эштәре һәм спорт бүлеге, «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм мәктәбе, йәштәр эштәре буйынса комитет ойошторҙо. Уйын 14 йәштән 17 йәшкә тиклемге йәш категорияһын үҙ эсенә алды. Спорт ярышында Темәс, Ниғәмәт һәм Бикеш, ҡаланың 1-се мәктәптәре командалары, Баймаҡ полилингваль күп профилле һәм ҡаланың 4-се лицей уҡыусылары ҡатнашты.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар алдында хәрбиләштерелгән эстафета, стройҙағы командаларҙы дөрөҫ үтәү оҫталыҡтарын күрһәтеү, атыу әҙерлеге, радиация, химик һәм биологик матдәләрҙән һаҡланыу, килеп сыҡҡан ҡатмарлы шарттарҙа йәшәү һынауҙары торҙо. Уйынсылар шулай уҡ командирҙар, хәрби хәбәрсе, медиктар, штурмаусылар, БПЛА операторҙары, элемтәселәр ролендә лә ярышты.
Хәрби темаға ҡоролған уйын сәмле, мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы ла барҙы. Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәне уҡытыусылары әҙерләгән командаларҙың һәр береһе ныҡлы әҙерлек менән килгән. Уларҙың эшен ДОСААФ-тың Баймаҡ бүлексәһе уҡытыусыһы Рәшит Бәхтиев, махсус хәрби операцияла ветераны, «Хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам күрһәтеү үҙәге» директоры Ринат Сабаев, район мәғариф бүлеге методисы Лилиә Хәсәнова баһаланы.
Көн дауамында барған уйын һөҙөмтәләренә килгәндә, Ниғәмәт һәм Бикеш мәктәптәренең йыйылма командаһы еңеүсе тип танылды. Ринат Һибәтуллин һәм Мөбәрәк Зәйнуллин әҙерләгән был көслө команда Белорет районында үтәсәк «Зарница 2.0.» Бөтә Рәсәй уйынының төбәк ярышында район данын яҡлап ҡатнашасаҡ. Икенсе урынды 4-се лицейҙың «Бөркөт» отряды яуланы. Етәкселәре - Вадим Маннапов. Вәкил Ишбулатов етәкселегендәге Темәс мәктәбенең «Толпар» һәм Салауат Хәмитов әҙерләгән ҡаланың 1-се мәктәбенең «Осҡон» отрядтары өсөнсө урындары бүлеште.
«Сараның маҡсаты үҫеп килгән йәш быуында патриотик рух тәрбиәләү, уларҙың хәрби әҙерлек башланғысын тикшереүгә ҡайтып ҡалды. Ярыш юғары кимәлдә үтте, тиергә мөмкин. Уны ойоштороуға үҙ өлөшөн индергән ҡаланың 3-сө мәктәбенең Ватанды һаҡлау һәм хәүефһеҙлек нигеҙҙәре фәне уҡытыусыһы Илдар Арғынбаевҡа, 4-се лицейға, спорт сараһын үткәреүгә майҙансыҡ биргән «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексына, бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуар А. И. Теләүҡаевҡа, мәғариф бүлегенең профсоюз ойошмаһына, бәйгелә ҡатнашҡан уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәһе килә», - тине райондың «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы етәксеһе Иркәгөл Алсынбаева.
«Зарница» - тырыштар, етеҙҙәр, ҡыйыуҙар уйыны. Уҡыусылар был ярышта өйрәнгән күнекмәләрҙең тормошта ла файҙалы булыуын яҡшы аңлай.
Альбина БАЙЕГЕТОВА.