Спорт
24 Апреля , 10:00

Бер, ике, өс - беҙҙә бөтә көс!

Буранбайҙа Йомаш зонаһына ҡараған  ауылдарҙың дин әһелдәре  ҡатнашлығында спорт сараһы үтте. Бәйгелә Сыңғыҙ, Ғәҙелбай, Йомаш, Ишбирҙе, Буранбай ауылдарының ир-егеттәре көс һынашты. Сарала Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, ошо ауылда тыуып үҫеп, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе һәм эшләүсе балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы, милли көрәш буйынса тренер Илшат Хәмитовтың да ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне. Тулыраҡ, сайтта:

Буранбайҙа Йомаш зонаһына ҡараған  ауылдарҙың дин әһелдәре  ҡатнашлығында спорт сараһы үтте. Бәйгелә Сыңғыҙ, Ғәҙелбай, Йомаш, Ишбирҙе, Буранбай ауылдарының ир-егеттәре көс һынашты.

Сарала Хәлил хәҙрәт Танһыҡҡужин, ошо ауылда тыуып үҫеп, Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе һәм эшләүсе балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры вазифаһын башҡарыусы, милли көрәш буйынса тренер Илшат Хәмитовтың да ҡатнашыуы сараға йәм өҫтәне.

Бәйгеселәр алдында биш һынау торҙо. Улар үҙҙәрен гер күтәреү, ҡул көрәштереү, йәйәнән уҡ атыу, пневматик винтовканан атыу һәм волейбол ярышында һынаны. Көс, отҡорлоҡ һәм етеҙлек талап иткән уйындарҙа беренселек өсөн ярыш сәмле барҙы. Көйәрмәндәрҙең хуплау, ҡеүәтләү тауыштары бәйгеселәрҙе тағы ла дәртләндерҙе. Гер күтәреүҙә беренсе урынды Буранбай ауылынан Ильяс Ғәйетбаев яуланы. Икенсе урын ошо уҡ ауылдан Илдус Ҡотосовҡа бирелде. Сыңғыҙҙан Иҙел Ҡотлоғужин өсөнсө урынға лайыҡ булды. Ҡул көрәше бәйгеһе лә бик сәмле барҙы. Буранбай егеттәре призлы урындарҙы бүлеште. Ғәзиз Ғәйетбаев - беренсе, Нуриман Моталлапов - икенсе, Илдус Ҡотосов өсөнсө урынға лайыҡ булды. Пневматик винтовканан атыу буйынса  Ғәҙелбайҙан Илнур Йәндәүләтов еңеүсе тип танылды. Ишбирҙенән Мирғәле Хәсәнов икенсе урын яуланы. Йомаштан Илфат Юнысбаев өсөнсө урынға сыҡты.

Районда милли йәйәнән уҡ атыу спорт төрөнөң киң йәйелеүе, оҫта уҡ атыусыларҙың күп булыуы һөйөндөрә. Был көндө лә ир-егеттәр үҙҙәренең мәргәнлеген һынап, уҡ атыу ярышында теләп ҡатнашты. Иң оҫта уҡсы тип Сыңғыҙ ауылынан Биктимер Рәжәпов танылды. Ошо уҡ ауылдан Иҙел Ҡотлоғужин икенсе урынға сыҡты. Буранбайҙан Руслан Салиховҡа өсөнсө урын бирелде. Ошо бәйге һөҙөмтәләренән сығып, ауыл командаларына урындар бирелде. Еңеүсе тип Буранбай ауылы командаһы танылды. Икенсегә - Йомаш, өсөнсөгә Ғәҙелбай ауылдары сыҡты. Бәйгелә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм миҙалдар тапшырылды.

«Һуңғы йылдарҙа халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең дингә ылығыуы ҡыуандыра. Беҙҙең Буранбай ауылы мәсете лә, Аллаға шөкөр, эшмәкәрлеген дауам итә. Унда Ҡорбан, Ураҙа байрамдары, йәштәрҙең никах туйҙары, сабыйға исем ҡушыу кеүек йолалар, йома намаҙҙары үтә. Былтыр иман йортоноң «зәңгәр яғыулыҡ»ҡа тоташтырылыуы ауыл халҡы өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Форсаттан файҙаланып, газ үткәреүҙә финанс ярҙам иткән ауылдаштарыма, Буранбайҙа тыуып үҫеп, ситтә йәшәүсе яҡташтарыма ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Улар изге эшкә үҙ өлөшөн индергәнгә лә мәсетебеҙҙә йылы, яҡты, ҡотло. Шулай уҡ бөгөнгө ярышты үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙарға, Буранбайҙа тыуып үҫеп, әле Өфөлә йәшәүсе  Рөстәм Раев менән Илнур Ҡотоевҡа, уйын үткәреү өсөн спорт ҡоролмалары алып килгән Илшат Хәмитовҡа, район мәғариф бүлегенә, Буранбай мәктәбе етәкселегенә, сарала ҡатнашыусыларҙы тәмле аш-һыуҙары менән һыйлаусы ҡатын-ҡыҙҙарға ла ҙур рәхмәтлемен», - тине имам-хатип Нурфәиз Нәүширбанов.

Асыҡ һауала үткән спорт ярышы ҡунаҡтарҙа ла матур тәьҫораттар ҡалдырҙы.

 «Бындай ярыштарҙы  районда йыш үткәреп торорға тырышабыҙ. Спорт уйындарының маҡсаты - сәләмәт тормошто пропагандалау, шулай уҡ күрше тирә ауылда йәшәүсе дин ҡәрҙәштәр араһында берҙәмлек, татыулыҡ булдырыуға ҡайтып ҡала. Аллаһы  Тәғәләнең ризалығы өсөн үткәргән сара үҙ маҡсатына иреште тип әйтер инем. Төрлө ауылдан йыйылған дини ҡәрҙәштәр көс һынашып ҡына ҡалманы, үҙ-ара аралашты, тәжрибә уртаҡлашты», - тигән фекерҙәрен дә еткерҙе Йомаш ауылының имам-хатибы Илфат Юнысбаев.

Йорт-илдең тыныс булыуын теләп, доғалар ҡылып, яуҙа һәләк булған мәрхүмдәр рухына аяттар уҡып, ошондай бәйгеләрҙе киләсәктә лә дауам итергә тигән уй менән таралышты сарала ҡатнашыусылар.

Альбина БАЙЕГЕТОВА.

 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас