Иҫке Сибай ауылында спорт-күнекмә залы ҡайтанан тергеҙеләсәк! Бындай яңылыҡты ишетеү менән һәр кем үҙ ярҙамын тәҡдим итергә ашыҡты. Бөгөн бында төҙөкләндереү эштәре бик йылдам бара һәм ул аҙағына яҡынлаша.
Әйтергә кәрәк, быға ҡәҙәр эшләп килгән спорт-күнекмә залы урынлашҡан бинаның торошо үтә лә насар хәлдә булыу сәбәпле, хәүефһеҙлек талаптарына тура килмәй ине. Һөҙөмтәлә ауылдағы берҙән-бер спорт залына ябылыу ҡурҡынысы тыуҙы. Бының менән халыҡ ризалашманы. Сөнки унда шөғөлләнгән балалар республика, хатта халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән шөғөлләнеүҙе артабан да дауам иттереү маҡсатында, спорт һөйөүселәр, ауылдың әүҙем активистары ауыл хакимиәте менән берлектә изге эшкә тотондо. Уларға шәхси эшҡыуарҙар Илнур Ибраһимов менән Иҙел Әхмәров, шулай уҡ ветерандар советы, “Уҡсылар” ойошмаһы һәм хеҙмәт коллективтары ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ә инде “Шәфәҡ” төркөмө ағинәйҙәре өмәселәрҙе тәмле сәй менән һыйлай.
- Спорт залы элекке ауыл хакимиәте урынлашҡан ике ҡатлы бинаның икенсе ҡатында асыласаҡ, - тине Сибай ауыл биләмәһе башлығы Айнур Сибаев. – Уның беренсе ҡатында сауҙа нөктәләре эшләй. Әлеге ваҡытта бинаның ҡыйығы тулыһынса яңыртып ябылды. Был үҙе үк беҙҙең күптәнге проблеманы хәл итте. Туҡтауһыҙ яуып торған ҡар һәм ямғыр бинаның торошона насар йоғонто яһай ине.
Ысынлап та, сәләмәт тормош алып барған ауылдың иң әүҙемдәре буласаҡ спорт залын тәртипкә килтереү өсөн күп көс һала. Тәү сиратта, йылдар буйы йыйылып килгән сүп-сарҙы сығарғандар. Уның өсөн тракторға бер нисә рейс яһарға тура килгән. Һуңынан ҡатын-ҡыҙҙар стенаһын аҡлап, тәҙрәләрен йыуып, залды тәртипкә килтергән. Иҙәнгә сифатлы материал түшәлгән. Йәш спортсыларҙың күнекмәләре хәүефһеҙлек талаптарына тура килһен өсөн айырым иғтибар бүленә. Шул маҡсатта “Ирәндек” хәйриә фонды иҙәнгә маттар бүләк иткән. “Уҡсылар” ойошмаһы уның бер өлөшөнә линолеум түшәгән.
Быға ҡәҙәр ҙә шул уҡ залда грэпплинг, бокс буйынса түңәрәктәр эшләп килгән. Спортсылар яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкән. Мәҫәлән, Ғаяз Шөғөрөв грэпплинг буйынса республика исеменән Рәсәй кимәлендә ойошторолған ярыштарҙа ҡатнашҡан. Был үҙе үк ошо тәңгәлдәге спортты артабан да үҫтерергә кәрәклеген күрһәтә.
Спорт залы файҙаланыуға тапшырылыу менән башҡа төрлө секцияларҙың да эшләй башлауы көтөлә. Яндан уҡ атыу, аэробика, милли көрәш буйынса түңәрәктәр асыласаҡ. Ә бына грэпплинг менән боксерҙар үҙ шөғөлдәрен дауам итәсәк. Интеллектуаль уйындарға өҫтөнлөк биргәндәр өсөн өҫтәл теннисы, шулай уҡ шашка һәм шахмат буйынса турнирҙар ҡаралған. Киләһе аҙнала яндан уҡ атыу буйынса күнекмәләрҙең башланыуы көтөлә. Уны был тәңгәлдә бер нисә тапҡыр чемпион булып танылған Фәиз Иҙрисов алып барасаҡ. Бөгөн үк бында шөғөлләнергә теләүселәрҙән ҙур исемлек төҙөлгән. “Ирәндек” хәйриә фонды балалар өсөн ун ян һәм уҡ бүләк итәсәген белдергән.
- Ауылдың спортсылары төрлө кимәлдәге еңеүҙәре менән беҙҙе һөйөндөрә. Улар даими рәүештә юғары наградаларға лайыҡ була, - тине Айнур Сибаев. – Балаларға үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу һәм яңы үрҙәргә өлгәшеү өсөн бик яҡшы майҙансыҡ сафҡа инәсәк. Артабан да улар араһында спортты һөйөүселәр үҫеп сығырға тейеш. Уның өсөн тейешле шарттарҙың булыуы мөһим. Яңы һулыш алған спорт-күнекмә залы халыҡҡа әүҙем тормош алып барырға, яратҡан спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә һәм уларҙың дөйөм физик кимәлен күтәрергә мөмкинлек бирер, тип ышанабыҙ.
Киләсәктә бында, бәлки, башҡа төр спорт секциялары ла эшләй башлар. Нисек кенә булмаһын, Иҫке Сибай ауылы халҡының сәләмәт тормош алып барыу ниәтендә маҡсатлы эш итеүҙәре һөйөндөрә. Төҙөкләндереү эштәре яҡын арала тамамланасаҡ. Артабан иң мауыҡтырғысы башланасаҡ: интенсив күнекмәләр, төрлө масштабтағы турнирҙар һәм ярыштар. Иҫке сибайҙарҙың был тәңгәлдәге уңыштары тураһында яҙасаҡбыҙ әле.
Лилиә ТАКАЕВА.