"Бөгөн Таулыҡай ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһын ҡеүәтләп, "Скандинавса йөрөү - сәләмәтлеккә юл" девизы аҫтында скандинав таяҡтары менән йөрөнө.
Урамда скандинав таяҡтары менән йөрөгәндәрҙе күреү хәҙер берәүҙе лә аптыратмай. Ҡатмарлы булмаған, әммә һөҙөмтәле норд, себер йәки фин йөрөшө спорт төрө тип танылған. Хәрәкәт ваҡытында сарыф ителгән физик көсөргәнешлектең йөҙөүҙекенән кәм түгеллеге күптән иҫбатланған. Был йөрөш бигерәк тә ололар өсөн файҙалы. Ни өсөнмө?
Скандинав хәрәкәте ваҡытында мейелә ҡан әйләнеше яҡшыра, йөрәккә көс инә, ҡан тамырҙары нығына, нервылар тыныслана, йоҡоһоҙлоҡ бөтә, калориялар әүҙем юғала, һөҙөмтәлә артыҡ ауырлыҡ кәмей, хәрәкәт ышаныслы булып китә, үпкә кислород менән туйына, дөйөм алғанда, организм нығына, йәшәрә", - тип хәбәр итә Таулыҡай ауылы китапханасыһы Зилә Күсәрбаева.