Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар , 12:15

Ишбирҙелә "Ғаилә уйындары-2026" сараһы үтте

Ишбирҙе ауылында «Ғаилә уйындары-2026» республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Унда 5 ғаилә: Илзирә һәм Илнар Оморҙаҡовтар улдары Рәил менән, Зөлфиә Маликова улдары Тимерйән һәм Фәтих менән, Гөлфиә, Иҙел Иҫәндәүләтовтар һәм ҡыҙҙары  Әҙилә, Зилиә һәм Фаил Иҫәндәүләтовтар улдары Самир, Розалия Тулыбаева улы Зариф менән ҡатнашты. Тулыраҡ:

Ишбирҙе ауылында «Ғаилә уйындары-2026» республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Унда 5 ғаилә: Илзирә һәм Илнар Оморҙаҡовтар улдары Рәил менән, Зөлфиә Маликова улдары Тимерйән һәм Фәтих менән, Гөлфиә, Иҙел Иҫәндәүләтовтар һәм ҡыҙҙары  Әҙилә, Зилиә һәм Фаил Иҫәндәүләтовтар улдары Самир, Розалия Тулыбаева улы Зариф менән ҡатнашты.

 Беренсе этапта бәйгеселәр алдында тауҙан тюбингта шыуыу һынауы торҙо. Был ваҡытта ата-әсәйҙәр күпмелер ваҡытҡа бала саҡҡа әйләнеп ҡайтып, рәхәтләнеп тау шыуҙы. Икенсе һынау - «Ҡулса менән йүгереү»ҙә лә бирешмәне ғаиләләр. Ҡатнашыусылар бер-береһе менән ҡыуанып ярышты, күңел асыу һәм байрам мөхитен булдырҙы. Өсөнсө этапта белемдәр тикшерелеп,  командалар төрлө йомаҡтар систе. Спорт ярышын «Хоккейсы» конкурсы тамамланы. Унда командалар тиҙлек һәм оҫталыҡ буйынса ярышты.

Көсөргәнешле һәм сәмле ярыш һөҙөмтәләренә килгәндә, Оморҙаҡовтар ғаиләһе еңеүсе булды. Икенсе урынды Маликовтар, өсөнсөнө Иҫәндәүләтовтар ғаиләләре яуланы. Тулыбаевтар  - «Иң күңелле», Иҫәндәүләтовтар «Иң етеҙ» номинацияларында билдәләнде.  Барлыҡ ҡатнашыусыларға  мәктәп администрацияһының Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды.

«Республика кимәлендәге «Ҡышҡы уйындар» акцияһы беҙҙең мәктәптә йыл һайын ойошҡанлы үтеп тора. Бөгөнгө «Ғаилә уйындары»ның маҡсаты ғаилә ара-мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, спортҡа һөйөү тәрбиәләүгә ҡайтып ҡалды.  Спорт сараһында  ауылдың иң әүҙем, етеҙ, күп бала тәрбиәләүсе матур, татыу ғаиләләре ҡатнашты. Барыһына ла ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм», - тине Ишбирҙе мәктәбе директоры Ләйсән Дәүләткилдина.

Шулай итеп, ҡыш миҙгеленең бер көнөн саф һауала, рәхәтләнеп йүгереп, һикереп үткәрҙе ишбирҙеләр.

Рузилә Моратова,

Ишбирҙе мәктәбе уҡытыусыһы.

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас