Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Ғинуар , 16:30

Спорт һөйөүсе ғаиләләр бер майҙанда

Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында район хакимиәтенең Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса бүлеге Баймаҡ районының «Берҙәм Рәсәй» Партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә «Яңы йылда ғаилә уйындары - 2026» конкурсының муниципаль этабын үткәрҙе.

Бөгөн Салауат Юлаев исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында район хакимиәтенең Йәштәр эштәре һәм спорт буйынса бүлеге Баймаҡ районының «Берҙәм Рәсәй» Партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе менән берлектә матур традицияға әйләнгән «Яңы йылда ғаилә уйындары - 2026» муниципаль этабын үткәрҙе.

Был этапта ҡала һәм райондың белем биреү ойошмаларында яңы йыл каникулдары ваҡытында үткән мәктәп этабында еңеүселәр сығыш яһаны.
Ҡатнашыусылар «Тупты таяҡ менән алып барыу», «Тачка», «Ҡулса менән йүгереү» «Бобслей» кеүек эстафеталарҙа ярышты. Оҫталыҡ, етеҙлек һәм команда эшен күрһәткән спорт бәйгеһе бик көсөргәнешле һәм күңелле барҙы.

1-се урынды Билал ауылынан Азамат Фәнил улы, Алина Тимерғәли ҡыҙы һәм Әлиә Кәримовтар яуланы.

2-се урынға 5-се мәктәптән Данис Рәйес улы, Розалиә Рәжәп ҡыҙы һәм Рамаҙан Ҡаҙаҡбаевтар лайыҡ булды.

3 урын Иҫке Сибай ауылынан Руслан Мөхәмәт улы, Гөлмирә Зәйнетдин ҡыҙы һәм Русалина Дәүләтсуриндарға бирелде.

Ҡотлайбыҙ!

Муниципаль этап еңеүселәре Өфө ҡалаһында үтәсәк спорт сараһында район данын яҡлаясаҡ. Уңыштар!

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас