+8 °С
Болотло
Беренсе Этҡол ауылының әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары «Скандинав йөрөшө - сәләмәтлеккә юл!» девизы аҫтында скандинав таяҡтарҙа йөрөнө. Скандинавса йөрөү- ғүмерҙе оҙайтыусы,физик әүҙемлекте арттырыусы, яҡшы кәйеф бүләк итеүсе спорт төрө. Ул иң еңел һәм файҙалы шөғөлдәрҙең береһе һанала. Таяҡтарға таянып атлағанда кешенең 90 процент мускулдары хәрәкәткә килә. Скандинав йөрөүе - артыҡ ауырлыҡты ташлау, ҡан тамырҙарын таҙартыу өсөн яҡшы ысул. Бынан тыш ул йөрәк мускулдарын нығыта, кәйефте күтәрә, йоҡоно яҡшырта. Саф һауала йөрөү- үҙе бер сихәт, ти этҡолдар. Сәләмәт булайыҡ!