Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Ғинуар , 11:11

Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе

Район башҡорттары иғлан иткән "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Ярат ауылында "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" ярышы үтте...

Район башҡорттары иғлан иткән "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Ярат ауылында "Атай, әсәй, мин - спорт ғаиләһе" ярышы үтте. Уны мәктәптең физкультура уҡытыусыһы Сажидә Мырҙаҡаева ойошторҙо. Асыҡ һауала үткән ярышта спорт һөйөүсе ғаиләләр юғалып ҡалманы, сәмләнеп ярышты. Һөҙөмтәлә, Лилиә һәм Илнур Байымовтар улдары Әмир менән беренсе урын яуланы. Фәриҙә һәм Зөлфәт Ҡарамырҙиндар ҡыҙҙары Гөлиә менән икенсе урынға сыҡты. Афарин, бәйгеселәр!

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас