Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Сентябрь 2025, 16:32

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух!

Ишей ауылы халҡы скандинав таяҡтарҙа йөрөнө...

Белеүегеҙсә, Ишей ауылы быйыл "Сәләмәт ауыл" конкурсында ҡатнаша. Ошо проект сиктәрендә урында көн һайын тиерлек сәләмәт тормошто пропагандалаған төрлө саралар, осрашыуҙар, акциялар үтә. 

"Һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарыма ҙур рәхмәтлемен. Әле бына ҡояшлы матур, сыуаҡ көндө скандинавса атлауға сыҡтыҡ. Сөнки скандинав таяҡтарҙа йөрөү һаулыҡ өсөн файҙалы. Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух", - тине Ишей ауыл клубы етәксеһе Миңзифа Ишдәүләтова. Афарин, ишейҙәр! 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас