Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Август 2025, 10:00

Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа

Ғәзиз Йыһанур улының дөйөм педагогик стажы - 43 йыл. Шуның 15 йылын ул физкультура уҡытыусыһы һөнәренә арнаған.

Уҙған шәмбелә Талҡаҫ күле буйында Физкультурниктар көнөнә арналған ҙур сара үтте. Унда мәртәбәле ҡунаҡтар, спорт һөйөүселәр, көйөрмәндәр ҡатнашты.
Сара программаһы бик бай булды. Уның иң тулҡынландырғысы - тәбрикләү өлөшө ине. Район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов байрам уңайынан районда спорт үҫешенә тос өлөш индергән алдынғы физкультура уҡытыусыларын тәбрикләне. Улар араһында Таулыҡай ауылынан Ғәзиз Йыһанур улы ла бар ине!
Ғәзиз ағайға оҙаҡ йылдар намыҫлы һәм уңышлы эшләгәне өсөн район хакимиәте башлығының Маҡтау Грамотаһы тапшырылды!🙏👍
Тырыш хеҙмәткә - лайыҡлы баһа!
Ғәзиз Йыһанур улының дөйөм педагогик стажы - 43 йыл. Шуның 15 йылын ул физкультура уҡытыусыһы һөнәренә арнаған. Дәртле, спорт һөйөүсе ауылдашыбыҙ мәктәптәге төп эшенән тыш, ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. Быға беҙ "Айыҡ ауыл" конкурсы барышындағы сараларҙа тағы ла инандыҡ.
Афарин, Ғәзиз ағай! Һеҙҙе сираттағы уңышығыҙ менән йәнә ҡотлайбыҙ!
Һәр саҡ әлегеләй үҙ эшегеҙҙең оҫтаһы, әүҙем, дәртле булып ҡалығыҙ!🙏
 
 
Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас