+8 °С
Болотло
Рәсих Йортбәков 3-сө йыл рәттән чемпион исемен яуланы!
Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында бороңғо төрки халыҡтарҙың көрәш сәнғәте "Ҡара ҡаплан" буйынса ярыш үтте. Республика кимәлендәге бәйгелә ҡатнашыусылар бик күп булды.
Турнир һөңгө, балта ташлау, бысаҡ һелтәү, уҡ атыу, ҡылыс, сыбыртҡы, суҡмар, кистән менән эш итеү кеүек ярыш төрҙәрен үҙ эсенә алды.
Көсөргәнешле, сәмле ярышта абсолют чемпион исеменә яҡташыбыҙ, Ғәҙелбай ауылы егете Рәсих Йортбәков лайыҡ булды. Афарин! Ҡотлайбыҙ! Уңыш һиңә һәр саҡ йылмайһын!