Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Апрель 2025, 16:45

Көрәшселәрҙең сираттағы еңеүе

Беҙҙең район спортсылары, һәр ваҡыттағыса, еңеү яулап ҡайтты

Көрәшселәрҙең сираттағы еңеүе
Көрәшселәрҙең сираттағы еңеүе

Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында милли көрәш буйынса турнир үтте.  Ул ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың яҡты иҫтәлегенә арналды.  Турнирҙа ҡатнашыусыларҙы Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Фларис Шәйхетдинов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар сәләмләне.  

Был сарала беҙҙең район спортсылары ла ҡатнашты һәм, һәр ваҡыттағыса, еңеү яулап ҡайтты. Үҙ ауырлыҡ категорияһында Шамил Хәмитов, Байрас Әфләтунов һәм Солтан Миңлебаев турнир чемпиондары булып танылды.  Ә Һибәтуллин Әмир, Исмәғилев Сынтимер һәм Миңлебаев Барый бронза миҙалдар яуланы. Көрәшселәрҙе һәм уларҙың тренерҙарын сираттағы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Автор: Лилия Кусябаева
Читайте нас