+8 °С
Болотло
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында «Сая башҡорт ҡыҙҙары» исемле сара үтте. Унда райондың мәргән уҡсы ҡатын-ҡыҙҙары Сәғиҙә һәм Сәлимә Рахманғоловалар, Рита Ҡоланбаева, Рәмзиә Бәхтиева, Лилиә Сирбаева, Гөлгөнә Ҡолһарина, Фәнүзә Мырҙағәлина ҡатнашты. Улар ҡунаҡтарға уҡ атыу шөғөлөнөң үҙенсәлектәре, ҡағиҙәләре, яулаған уңыштары тураһында һөйләне, оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Сара бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле үтте.
Урал Моратов һәм Фидан Хисмәтуллин башҡарыуында йырҙар кисәгә йәм өҫтәне.