15 декабрҙә Баймаҡта Геройҙарға һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған башҡорт тоҡомло аттар бәйгеһе ойошторола. Үткәреү урыны – ҡаланың “Көньяҡ” ҡунаҡханаһы ҡаршыһындағы ялан (элекке 200-се автозаправка станцияһы эргәһе). Ат спорты ярыштары 4 заезда үткәрелә.
Сарала халыҡ ижады үҙәге артистары сығыш яһаясаҡ. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойоштороласаҡ.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт атын һәм йылҡысылыҡты популярлаштырыуға айырым иғтибар бирелә. 3 декабрҙә үткән Башҡортостан Башлығы менән “Тура бәйләнеш” барышында был хаҡта ла һүҙ булды.
–Иң мөһим һөҙөмтәләребеҙҙең береһе – беҙ «Башҡорт аты» брендына патент алдыҡ. Аттарыбыҙҙың үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыуға өлгәштек. Беҙ был брендты файҙаланған өсөн штраф һала алабыҙ. Шишмә районында башҡорт аты үҙәге төҙөлә. Мин ошо теманы ентекле өйрәнермен һәм республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә яңы проектты булдырыу мәсьәләләрен тикшерербеҙ, – тине Радий Хәбиров.
“Башҡорт аты” фестивале – республика Башлығы Радий Хәбировтың халыҡ тарафынан хуплау тапҡан башланғыстарының береһе. Фестиваль йыл һайын беҙҙең районда үткәрелә, былтыр уға халыҡ-ара статус бирелде. Быйыл сараға 11 илдән һәм Рәсәйҙең 8 төбәгенән 11,5 мең ҡатнашыусы килде. Улар араһында Рәсәй төбәктәренән, шулай уҡ Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Һиндостан, Пакистан, Төркмәнстан, Гаити, Мысыр, Камерун, Гана, Нигериянан һыбайлылар, спортсылар, ғалимдар һәм бизнес вәкилдәре булды.
Азат Шәрипов, Баймаҡ хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары:
- Баймаҡ районының брендына әйләнгән “Башҡорт аты” фестивале өсөнсө йыл үтте. Белеүегеҙсә, “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивале республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы буйынса йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү, халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло ат һанын арттырыу, популярлаштырыу маҡсатында ойошторола.
Ат һәр ваҡыт башҡорттоң иң яҡын дуҫы була. Бөгөн Башҡортостанда йылҡысылыҡ үҫеше һәм башҡорт тоҡомло аттарҙы һаҡлау мәсьәләһенең дәүләт кимәленә күтәрелеүе ҡыуаныслы. Башҡортостан Башлығы менән “Тура бәйләнеш” барышында бирелгән һорау бик урынлы һәм кәрәкле.
Күптәр йылҡысылыҡты үҫтереү тигәндә ат һанын арттырыуҙы ғына күҙ алдына килтерә, әммә ул дөрөҫ түгел. Бөгөн йылҡысылыҡ тармағына ла ярҙам кәрәк. Башҡорт аты үҫешһен өсөн республика етәкселеге тарафынан төрлө дәүләт ярҙамы, “Башҡорт аты” фестиваленең артабан да үтеүе, “Ылаҡ”сыларҙың донъя кимәленә сығыуҙары һәм еңеү яулауҙары кәрәк. Шулай уҡ ат спортын үҫтереү, йылҡы ите продукцияларының тейешле баҙарҙа үҙ урынын яулауына өлгәшеү зарур. Башҡорт аты фәнни яҡтан да үҫешергә тейеш, сөнки аттарҙың да үҙ паспорты, хатта шәжәрәһе бар. Бөгөн тап фәнни эҙләнеү, йылҡы тотоусыларға фәнни һәм тикшеренеү, башҡорт тоҡомон һаҡлап ҡалыу йүнәлешендә нисек эште алып барырға ярҙам кәрәк.