Спорт ярыштары уҙҙы
Белеүебеҙсә, 2024 йыл - Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек күреү йылы. Ошо уңайҙан районда төрлө саралар, спорт ярыштары үтә. "Баһадир" физкультура-һауыҡтырыу комплексында мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында биш спорт төрө буйынса ярыш үтте. Ярышта ҡатнашыусы һәр кем беренселек өсөн тырышты. Бәйге һуңынан спортсылар миҙал һәм грамота менән бүләкләнде. Ярыштан һәр кем көс, дәрт алып таралышты. "Һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләргә иғтибар был йылда ғына түгел, һәр ваҡыт булырға тейеш. Беҙ уларға һәр ваҡыт ярҙам итергә, борсоған мәсьәләләрен ыңғай хәл итеү өсөн тырышырға тейешбеҙ", -тине республика Башлығы Радий Хәбиров та "Тура Бәйләнеш" ваҡытында.
Республика Башлығы Тура бәйләнеш барышында республикала спортҡа ҙур иғтибар бирелеүен, был йүнһлештә төрлө программалар эшләүен әйтеп үтте. Шулай физик мөмкинселеге сикле граждандарға һәр саҡ иғтибар көсәйтелә барасағын билдәләне.
Вадим Ғәбитов, Баймаҡ спорт комитеты етәксеһе:
-Һуңғы йылдарҙа районда, республикала ла спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Был йәһәттән беҙҙең спортсылар һынатмай, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, алдынғылыҡты бирмәй. Спортҡа ҙур иғтибар бүлгән республика Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә. <Тура бәйләнеш> ваҡытында ла спорт йүнәлешенә ҙур иғтибар бирелде. Тимәк, беҙҙе артабан да үҫеш көтә, тип ышанабыҙ.