Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Июль , 20:25

Баймаҡ тренеры мөмкин тиклем күберәк чемпиондар үҫтерергә хыяллана

Тренерҙың үҙенең дә, тәрбиәләнеүселәренең дә ҡаҙаныштары күп. Уның күп кенә уҡыусылары, тренерҙың үҙе кеүек үк, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай.

Баймаҡ тренеры мөмкин тиклем күберәк чемпиондар үҫтерергә хыяллана
Баймаҡ тренеры мөмкин тиклем күберәк чемпиондар үҫтерергә хыяллана

Республикабыҙҙың райондарына йәш белгестәрҙе йәлеп итеүгә йүнәлтелгән «Ауыл тренеры» программаһы эшләүен дауам итә. Был программа 2020 йылда төбәк Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме менән старт алғайны. Беҙҙең райондан программала тәүгеләрҙән булып Баймаҡ балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең көрәш буйынса тренер-уҡытыусыһы Айгиз Яҡшыбаев ҡатнашты. Ул 600 мең һум күләмендә грант алды. Тренерҙың үҙенең дә, тәрбиәләнеүселәренең дә ҡаҙаныштары күп. Уның күп кенә уҡыусылары, тренерҙың үҙе кеүек үк, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай.

“Миңә ете йәш булғанда өлкән ағайым ныҡлап спортҡа ылыҡтыра башланы. Тәүҙә Татлыбай ауыл мәктәбендә көрәш менән шөғөлләндек. Беренсе остазым Руслан Иҙрисов булды. Һуңынан Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге Республика гимназия-интернатына уҡырға барғас, Йәлил Йосоповтың ҡул аҫтында шөғөлләндек”, - ти Айгиз Юлай улы.

 Мәктәпте тамамлағандан һуң Айгиз Стәрлетамаҡ физик культура колледжында һәм БДУ-ның Сибай институтында белем ала. Биш йыл элек Айгиз Юлай улы спорт мәктәбендә эш башлай. Хәҙер уның етәкселегендә 60-ҡа яҡын йәш спортсы шөғөлләнә. Улар араһында Руслан һәм Рөстәм Дәүләтбаевтар, Шамил Хәмитов, Әмир Һибәтуллин һәм Ильяс Байымов кеүек өмөтлө көрәшселәр бар.

Айгиз Яҡшыбаев үҙенең эшен «хобби» тип иҫәпләй, әммә уны бөтә күңелен һалып башҡара. Ул тәрбиәләнеүселәренә бөтә белемен һәм оҫталығын тапшырырға, уларҙа әүҙем йәшәү рәүешенә һөйөү тәрбиәләргә тырыша.

Айгиз Юлай улы мөмкин тиклем күберәк Рәсәй һәм республика чемпиондарын тәрбиәләү, районда милли көрәште яңы кимәлгә сығарыу һәм балаларҙың ата-әсәләренең был спорт төрөнә мөнәсәбәтен үҙгәртеү тураһында хыяллана.

"Ауыл тренеры" проекты иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһе булды һәм ул бөгөн Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә тормошҡа ашырыла.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: