Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Июль , 12:10

"Ауыл тренеры" - иң яҡшы башланғыстарҙың береһе

Был маҡсатлы ярҙамды торлаҡ (йорт йәки фатир) һатып алыуға, йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыуға, йорт төҙөүгә, шәхси автомобиль һатып алыуға, юғары белем биреү программалары һәм өҫтәмә һөнәри программалар буйынса уҡыуға, 2024 йылдан ипотека торлаҡ кредиты буйынса йөкләмәләрҙе ҡаплауға йүнәлтергә мөмкин.

"Ауыл тренеры" - иң яҡшы башланғыстарҙың береһе
"Ауыл тренеры" - иң яҡшы башланғыстарҙың береһе

"Ауыл тренеры" программаһы Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр Республика Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән эшләй башлағайны. Был программа райондарҙа эшләүсе спорт өлкәһендәге белгестәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

– Беҙ республика райондарында спорт үҫешенә етди иғтибар бүләбеҙ. Был бик мөһим, сөнки тап унда бөйөк атлеттар тыуа, – тип белдергәйне республика етәксеһе Радий Хәбиров быйыл 17 февралдә үткәрелгән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһендә.

Проект 2020 йылдан тормошҡа ашырыла һәм бөгөн  Рәсәйҙең 24-тән ашыу төбәгендә индерелгән. Был программаны тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы бюджетынан йыл һайын 60 миллион һум бүлеү ҡаралған. 2022 йылдан ҡала округтарына һәм 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарға проектты тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу хоҡуғын биреү йәһәтенән программа киңәйтелде. Компенсация түләүҙәре тәүҙә 600 мең һум булһа, 2023 йылдан ул 1 млн һум тәшкил итә.

Был маҡсатлы ярҙамды торлаҡ (йорт йәки фатир) һатып алыуға, йорт төҙөү өсөн ер участкаһы һатып алыуға, йорт төҙөүгә, шәхси автомобиль һатып алыуға, юғары белем биреү программалары һәм өҫтәмә һөнәри программалар буйынса уҡыуға, 2024 йылдан ипотека торлаҡ кредиты буйынса йөкләмәләрҙе ҡаплауға йүнәлтергә мөмкин.

4 йыл эсендә республикала эшләүсе 176 тренер ошондай ярҙамды алып һөйөнгән, компенсацияның дөйөм суммаһы 134 800 млн һумды тәшкил итә.

2020 йылда республиканың 13 районынан - 34 тренер, 2021 йылда 10 райондан - 20 тренер, 2022 йылда 20 райондан - 49 тренер, 2023 йылда 52 тренер-уҡытыусы, 2024 йылда 11 район һәм ҡаланан 21 тренер-уҡытыусы түләү алды.

“Беҙҙең районда ла был программала ҡатнашып, 8 тренер ярҙам алды.  Үкенескә, быйыл ундайҙар юҡ. Әммә беҙҙә быға лайыҡлы тренерҙар бар, киләсәктә улар ҙа үҙҙәрен күрһәтер, тип ышанабыҙ”, - тип белдерҙе балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе белгестәре.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: