Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль , 16:10

Көрәшселәр майҙан тотто

Баймаҡ көрәшселәре был юлы ла һынатманы

Көрәшселәр майҙан тотто
Көрәшселәр майҙан тотто

2 февралдән 4 февралгә тиклем Стәрлебаш районында 2008-2009 йылғы үҫмерҙәр араһында милли көрәш буйынса Башҡортостан Республикаһы  беренселеге үтте. Турнирҙа республиканың район-ҡалаларынан иң көслө көрәшселәр ҡатнашты.

Баймаҡ районы намыҫын балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнеүселәр яҡланы. Көсөргәнешле алыштарҙан һуң, Тимур Ҡотлоғужин – 2-се урынды, Тимур Тимербулатов, Ильяс Дәүләтбаев һәм Ғәзизйән Иҫәнғолов 3-сө урындарҙы яуланы. Еңеүселәргә Почет грамоталары һәм миҙалдар тапшырылды. Көрә       шселәребеҙҙе лайыҡлы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Лилия Кусябаева
Читайте нас: