Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Июль 2023, 11:25

Спорт министрлығына - йөҙ йыл

Юбилей йылында республикала дәүләт спорт стипендиялары һәм республика спорт премияһы булдырылды. Проект сиктәрендә 103 тренерға ярҙам күрһәтелде. Быйыл тағы 55 тренер 1 миллион һум аҡса алырға тейеш...

Спорт министрлығына - йөҙ йыл
Спорт министрлығына - йөҙ йыл

Быйыл Башҡортостандың Спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тула. Юбилей йылында республикала дәүләт спорт стипендиялары һәм республика спорт премияһы булдырылды.

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ауыл спортын үҫтереү өсөн 2020 йылда илдә тәүгеләрҙән булып «ауыл тренеры» проекты индерелде. Ул иң яҡшы тәжрибәләрҙең береһенә әүерелде һәм 25-кә яҡын төбәккә таратылды. Проект сиктәрендә 103 тренерға ярҙам күрһәтелде. Быйыл тағы 55 тренер 1 миллион һум аҡса алырға тейеш.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: