Һаҡмар
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Февраль 2023, 21:15

Журналистар көс һынашты

Журналистар туп ташланы, атты, дартс, шашкала көс һынаны, йүгерҙе...

Журналистар көс һынашты
Журналистар көс һынашты

Баймаҡ журналистарының беренсел ойошмаһы, Баймаҡ мәғлүмәт үҙәге ойошторған спартакиадала <Һаҡмар>, <Баймакский вестник> гәзиттәре, Баймаҡ телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре, матбуғат һәм типография ветерандары ҡатнашты. Ярышта ҡатнашыусыларҙы БР Журналистар союзының Көньяҡ-көнсығыш берекмәһе рәйесе Гүзәл Салихова, район хакимиәте башлығының урынбаҫары Илнур Нурмөхәмәт улы Дәүләтбаев,  ветерандар советы рәйесе Хәйризаман Үтәев тәбрикләне. Сараны журналистарҙың беренсел ойошмаһы секретары Азамат Мөхәмәтшин алып барҙы. 

Сара матбуғат ветерандары Тәфтизан Ушанов, Рәшит Үтәев, Әсҡәт Байназаров, Мөнир Маннаповтың яҡты хәтеренә арналды. Ярышта уларҙың яҡындары ла ҡатнашты. 

Журналистар атыу, дартс, туп ташлау, шашка, күңелле старттарҙа көс һынаны. 

Спартакиаданан репортажды <Һаҡмар>ҙың киләһе һанында уҡырһығыҙ. 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: