Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатында Баймаҡ ҡалаһы мәктәптәре атайҙары араһында волейбол ярышы үтте.
Был сараға ҡала мәктәптәренән спорт менән дуҫ булған иң әүҙем атайҙар йыйылды. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей - интернатының атайҙары ҡоро етәксеһенең ярҙамсыһы Вилүр Абдуллин башҡарыуында моңло йыр яңғырағандан һуң, мәктәп директоры Рәфил Өлфәт улы Ғәлиәхмәтов байрам уңайынан атайҙарҙы һәм ҡунаҡтарҙы ҡотлап үтте. Унан һуң атайҙар ҡоро етәксеһе Артур Иҫәнов атайҙар ҡоро тарафынан башҡарылған эштәр менән таныштырҙы. Ҡаланың 3-сө мәктәбенән килгән уйынсы Ғәзиз Ғүмәров һөйләгән шиғыр байрамға йәм өҫтәне. Баш судья Марсель Хамитов уйындың ҡәғиҙәләре менән таныштырғандан һуң, ҡыҙыу ярыш старт алды. Командаларҙың әҙерлекле булыуы һәм оҫта алымдар ҡуллана белеүе көйәрмәндәрҙә һоҡланыу уятты. Атайҙарҙың үҙ-ара матур мөғәмәлә итеүе, эскерһеҙ аралышыуы, уртаҡ фекергә килә белеүе лә ҡыуандырҙы.
Ярыш барышында айырыуса оҫта уйнаған атайҙар билдәләнде һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей - интернаты булдырған күсмә кубокты ҡаланың 5-се мәктәбе уҡыусыларының атайҙары алһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Баймаҡ ҡалаһының 3-сө мәктәбе менән Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернаты атайҙары бүлеште. Уларға ла Маҡтау ҡағыҙы һәм бүләктәр тапшырылды.
Ошондай сағыу спорт сараһын ойошторған мәктәп администрацияһына һәм атайҙар ҡорона ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Атай - ғаилә тотҡаһы, ил терәге. Ул баланың арҡа терәр кешеһе. Сара нәҡ шуны иҫбатланы.