Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
1 Октября , 05:25

Октябргә бәйле халыҡ һынамыштары

“Октябрҙә төшкә тиклем көҙ, ә төштән һуң ҡыш”, – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Халыҡ һынамыштары ла һауа торошоноң ниндәй буласағын, ҡышын, яҙын һәм йәйен ни көтөргә кәрәклеген әйтеп торасаҡ. Тәбиғәттең көйһөҙлөгөнə ҡарап, халыҡ был айҙы “Октябрь — ни арба, ни сана”, “Октябрь — ҡара бейə, ноябрь — ала бейə” һ.б. тип əйткəн. Октябрҙә һалҡындар ниндәй көндә башлана, киләһе йылдың апрелендә шул уҡ көндө тәүге йылы көндәр буласаҡ. Октябрь айында ҡайһы көндә ҡар яуасаҡ,апрелдең шул көнөндә яҙ башланасаҡ. Беренсе ҡар ысын ҡышҡа тиклем ҡырҡ көн ҡала төшә.

Добавить в предпочтительные источники Google

Халыҡ һынамыштарын тәҡдим итәбеҙ.

- Йылы октябрь – һалҡын ҡышҡа.

– 1 октябрҙә торналар китмәгән булһа, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
– Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
– Октябрь – ҡара бейә, ноябрь – ала бейә.
– Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
– Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙон булыр.
– Октябрҙә күк күкрәһә, ҡышта ҡар аҙ булыр.
– 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә – тиҙ иреп бөтәсәк.
– Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
– Көҙ ҡайын менән имән япраҡтары бер юлы ҡойолмаһа, ҡыштың һыуыҡ булырын көт.
– 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
– Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
– Ҡырмыҫҡа ояһы ҙур икән, ҡыш һалҡын булыр.
– Дымлы йәй, йылы көҙ – оҙон ҡышҡа.

- Көҙ ҡоштар түбән осһа – ҡыш һалҡын, бейек осһа, йылы килер.
- Октябрь башында ҡайынға ҡарағыҙ – япраҡтар әле ҡойолмаған булһа, ҡар һуң ятыр.
- 1 октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
- 23 октябрҙә ураҡ ай остары менән төньяҡҡа ҡараһа – ҡыш тиҙ килер, ҡар ҡоро ергә ятыр, көньяҡҡа ҡараһа – ҡыш ҡабаланмаҫ, көндәр йонсоу, бысраҡ булыр.
- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
- Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
Һеҙҙең арала айҙы күҙәтеп, үҙенең һынамыштарын теркәп барған кешеләр юҡмы? Булһа, үҙ күҙәтеүҙәрегеҙ менән уртаҡлашһағыҙ ине.
Октябргә бәйле халыҡ һынамыштары
Октябргә бәйле халыҡ һынамыштары
Автор:Лилия Такаева