+19 °С
Дождь
Уҙған аҙнала Ғәҙелбай ауылында балалар һабантуйы үтте. Унда бөтәһе 18 ҡыҙ һәм малай ҡатнашты. Сараны мәҙәни ойоштороусы Гөлшат Ғәлина үткәрҙе. Байрамда балалар күңелле уйындар уйнаны, йырланы, бейене, шиғыр һөйләне.
"Сараны үткәреүҙә бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүсе Зөһрә Ғәлинаға, Рәйлә Ҡасҡыноваға, Рәис Йортбәковҡа,Ҡаратал ауылынан Нәфисә апай Ғәйетбаеваларға, күп кенә бүләктәр ебәреүсе ауылдың имам-хатибы Илнур Мостафа улына, Рафаэль Моратша улына һәм башҡаларға ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөтәгеҙгә лә һаулыҡ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем", - тине Гөлшат Ғәлина.