Мәҙәниәт
8 Июня , 05:10

Афарин, ҡолсоралар!

Афарин, ҡолсоралар! Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарының һәүәҫкәр артистары һәм «Зарифа» фольклор ансамбле Билал ауыл мәҙәниәт йортонда «Йырлы, моңло йәй көндәре» исемле концерт программаһы менән сығыш яһаны...

Түбәнге Иҙрис ауылы халҡы «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашып, ауыл клубының ҡыйығын ремонтларға ниәтләй. Ошо программа сиктәрендә уҙған аҙнала Ҡолсора, Үрге һәм Түбәнге Иҙрис ауылдарының «Зарифа» фольклор ансамбле һәм һәүәҫкәр артистары Билал ауыл мәҙәниәт йортонда «Йырлы, моңло йәй көндәре» исемле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Билалдар матур сәғәттәре бүләк иткәндәре өсөн Ҡолсора ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Халиҡоваға һәм аристарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас