Һаҡмар
+25 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
8 Мая , 09:35

Матур осрашыу үтте

Буранбай ауылы китапханаһында һуғыш осоро балалары менән матур осрашыу үтте. Сараның төп ҡунағы - ауылдың оло йәштәге кешеләренең береһе Зәйтүнә Йәноҙаҡова булды. Кисәлә ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашты...

Һуғыш осоро балалары — үткән тарихтың тере шаһиты. Кисә Буранбай ауылында мөһим һәм тулҡынландырғыс сара — һуғыш осоро балалары менән осрашыу үтте. Ауылыбыҙҙа һуғыш осороноң бөтә ауырлығын үҙ иңдәрендә күтәргән дүрт инәй: Фәриҙә Абыҙгилдина, Сәрүәр Хәмитова, Зәйтүнә Йәноҙаҡова һәм Мәүсәрә Раева йәшәй. Күптәре оло йәштә булыу сәбәпле осрашыуға килә алмаһа ла, беҙ уларҙың һәр береһен хөрмәтләйбеҙ.Кисәлә Зәйтүнә инәй(1939 йылғы)килеп,һуғыш йылдарындағы бала-саҡ иҫтәлектәре, аслыҡ, яланғаслыҡ, ауыр эш һәм атаһын көтөүҙәре хаҡында һөйләүе мәктәп уҡыусыларының йөрәгенә үтеп инде. Был һөйләүҙәр ябай хикәйәт кенә түгел, ә тыныслыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеүсе оло һабаҡ.
Ауылыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡалмаһа ла, һуғыш осоро балалары — беҙҙең үткән менән киләсәкте бәйләүсе алтын күпер. Хөрмәтле инәйҙәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм балаларының, ауылдаштарының ҡәҙер-хөрмәтендә, иғтибарында йәшәүҙәрен теләйбеҙ. Беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ", - тине Буранбай клубының мәҙәни ойоштороусыһы Гүзәл Әминева. Сарала ҡатнашыусылар матур кисә, сәй табыны, бүләктәре өсөн ауыл китапханасыһы Зәкиә Ғәйетбаеваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. 

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас