Башҡорттарҙа бер-береңә ҡунаҡҡа йөрөү, ҡунаҡ саҡырыу тигән бик матур ғөрөф-ғәҙәт бар. Уларҙың ҡунаҡсыллығы бар донъяға танылған. Кемдер һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырҙы икән, уға яуап итеп кире саҡырыу ҡағиҙәһе лә бар. Ҡунаҡ ашы-ҡара ҡаршы тигән мәҡәл дә шунан килеп сыҡҡандыр күрәһең.
Яңыраҡ ҡына беҙҙең Сыңғыҙ ауылы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы инәйҙәре Сибай ҡалаһының "Шатлыҡ" ял итеү үҙәгендә ҡунаҡта булып ҡайтҡайнылар. Кисәге көн беҙ уларҙы үҙебеҙгә саҡырып алдыҡ. Ҡул эштәренән торған бай күргәҙмә ойошторҙоҡ, ҡунаҡтар уны ҙур ҡыҙыҡһыныу һәм ихласлыҡ менән ҡаранылар, оҫтабикәләрҙең эштәрен юғары баһаланылар.
Артабан сара китапханала дауам итте. Ишһылыу Муллағәле ҡыҙы ҡунаҡтарҙы сәләмләгәндән һуң, китапханасы Зәлиә Ҡорбанғәле ҡыҙы шәхестәргә бай Сыңғыҙ ауылы менән таныштырҙы, уларҙың фоторәсемдәрен күрһәтте. Сыңғыҙ ауылы тураһында "Сыңғыҙ-изге төйәк"(Б. Туйсин, Р. Үтәғолов), "Яҙмыштар сылбыры"(Т. Кейекбаева), "Сыңғыҙым" (М. Юлдашбаева, Р. Усманова) китаптары менән таныштырҙы. Шәжәрә буйынса тамырҙары беҙҙең ауылға барып тоташҡан ҡунаҡтарыбыҙ ҙа табылды.
Ҡунаҡтар ауылдың исеме нисек барлыҡҡа килеүе менән ҡыҙыҡһынды, ауыл халҡының йәшәйеше тураһында күп һорауҙар бирҙе.
Сара Ғәлиә Нурғәлина һәм ағинәйҙәрҙең моңло ла, дәтле лә йырҙары, "Шатлыҡ"тарҙың таҡмаҡтары, уйындар менән үрелеп баҙы. Осрашыу ике яҡ өсөн дә бик фәһемле булды.
Зәлиә Уразбаева,
Сыңғыҙ ауылы китапханасыһы.