Мәҙәниәт
17 Апреля , 05:20

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре

Ошо уңайҙан тарихи-мәҙәни үҙәктә башҡорт милли кейеменең аҫыл өлгөләренең береһе - селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.

17 апрель - Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнө һәм Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө!

Ошо уңайҙан тарихи-мәҙәни үҙәктә башҡорт милли кейеменең аҫыл өлгөләренең береһе - селтәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Селтәрҙең аҫҡы өлөшө керәҙ формаһында мәрйендәр теҙеүҙе күҙаллай. Тап ошо еңел булмаған алымды Темәс ауылы оҫтабикәләренә Ишматова Фирҙәүес Мостафа ҡыҙы өйрәтте. Дәрестә шулай уҡ селтәрҙең дәүмәле, көньяҡ-көнсығыш райондарының селтәр үҙенсәлектәре, ҡулланылған материалдар тураһында һүҙ барҙы.

Әйткәндәй, хәҙерге көндәрҙә китаптарҙа, фәнни журналдарҙа, интернетта һәм, әлбиттә, халыҡ араһында «селтәр» менән бергә был биҙәүестең күкрәксә, түшелдерек, һаҡал, яға, муйынса, башкиҙеү, алмиҙеү тигән атамаларын да осратырға мөмкин.

Массив селтәрҙәр кейәүҙәге ҡатын-ҡыҙҙар, бигерәк тә йәш һәм урта йәштәгеләр кейеменә хас. Селтәр күп осраҡта ҡыҙыл төҫтә була. Башҡорттар ҡыҙыл төҫ — йылылыҡтың, уттың, ҡандың символы, биҙәүес хужаһын яуыз көстәрҙән һәм насар күҙҙәрҙән һаҡлай тип иҫәпләй. Мосолмандарҙа был төҫ изге, сихри, ҙур «йәшәү көсөнә» эйә тип һаналған.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре
Автор:Лилия Такаева
Читайте нас