Мәҙәниәт
9 Апреля , 06:25

Башҡорт телендә һөйләшәм

Татлыбай ауылы клубында балалар өсөн фәһемле сара үтте...

Татлыбай ауылы клубында балалар өсөн фәһемле сара үтте. Уны клуб мөдире Ләйсән Әхмәҙуллина ойошторҙо. Шуныһы үҙенсәлекле, сарала балалар башҡорт халҡының уйындарын уйнаны һәм тик башҡорт телендә генә аралашты. Етеҙлек, сослоҡҡа ҡоролған шаян уйындар уйнап, белемдәрен викторинала һынап, һорауҙарға яуаптар биреп, аҙаҡ инде матур бүләктәр алып ҡыуанды уҡыусылар.  

Автор:Альбина Байзигитова
Читайте нас