Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Март , 14:15

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"

Бәйгелә өс команда: "Хазина", "Шаян йондоҙҙар", "Галин һылыуҙары" үҙ-ара көс һынашты. Ярышты алып барыусы Ғәзиз Байегетов һәр һынауға еңелсә аңлатма бирҙе. Көсөргәнешле ярыш ваҡытында командалар үҙҙәренең төрлө яҡтан оҫталыҡтарын асты.

Таулыҡай мәҙәниәт йортонда 8 март - Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә бағышлап, "Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар" ярышы үтте.
Ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Гөлназ Үҙәнбаева байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарға Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы.
Ярыш ир-егеттәрҙең дәртле йырҙары менән башланды.
Бәйгелә өс команда: "Хазина", "Шаян йондоҙҙар", "Галин һылыуҙары" үҙ-ара көс һынашты. Ярышты алып барыусы Ғәзиз Байегетов һәр һынауға еңелсә аңлатма бирҙе. Көсөргәнешле ярыш ваҡытында командалар үҙҙәренең төрлө яҡтан оҫталыҡтарын асты. “Визитка”ла үҙҙәре менән таныштырғас, төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр, артабан аш-һыуҙарын яҡлап сығыш яһанылар. Нимә генә әҙерләмәгән ине гүзәл заттар!? Ысынлап та, уңған, аш-һыуға маһир булып сыҡты улар.
"Ҡар өҫтөндә усаҡ та ҡабыҙыр, сабып барған атты ла туҡтатыр" тигән мәҡәл тап беҙҙең конкурсанттарға тап килә. Бар һынауҙарҙы ла теүәл үтеп, бар яҡтан да булдыҡлы ҡатын-ҡыҙҙарға !афарин! тиеп әйтергә генә ҡала. Төрлө ярыштарҙы берҙәй башҡарҙы : йөн дә иләнеләр, шиғыр ҙа яҙҙылар, һүрәттә төшөрҙөләр ролгә инеп интермедиялар ҙа ҡуйҙылар, йырлап бейеп тамашасыларҙың күңелдәрендә күтәрҙеләр! Нәзәкәтле ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мода күрһәтергә сыҡҡанда, уларҙың уларҙың фантазияһына хайран ҡалырлыҡ ине! Мода күрһәтеү айырыуса ҡыҙыҡлы ине. Улар ҡул аҫтында булған әйберҙән кейем күрһәтте. 
Ярыш ауылыбыҙҙың ир-егеттәренең сығышы менән үрелеп барҙы.
Бик йәнле, күңелле, дәртле һәм мауыҡтырғыс барған был уйында 57-шәр мәрәй йыйып "Хазина" һәм "Галин һылыуҙары" командалары алға сыҡты, "Шаян йондоҙҙар" 56 мәрәй йыйып  2-се урынға лайыҡ булды.
Шулай уҡ был көндө барлыҡ гүзәл заттарыбыҙ ир- егеттәрҙән байрам бүләге - ләлә сәскәләре алып ҡыуанды. Ошо байрамды йәмләп, сарала ҡатнашҡан һәр уңған, булдыҡлы, талантлы гүзәл заттарға ҙур рәхмәт!

"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
"Йәгеҙ әле, ҡыҙҙар!"
Автор: Лилия Такаева
Читайте нас