Рәил һәм Земфира Хәсәновтарҙың улы Баязит ҡыҫҡа метражлы фильмда төштө. Ул фильмда исеме онотолоуға дусар ителгән шәхестәребеҙҙең береһе Ғүмәр Биҡҡужиндың улдарының береһе ролен башҡарҙы. Кем булған ул Ғүмәр Биҡҡужин? Был шәхес ни өсөн Шәйехзада Бабич һәм Муса Мортазинға бик яҡын кеше тип иҫәпләнә? Ш.Бабич ни өсөн үҙенең иң һуңғы шиғырҙарының береһен уға тапшырған? Ошо хаҡта белергә теләһәгеҙ - ғалимә, сценарист, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге, шулай уҡ Фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премиялары лауреаты Гөлсәсәк Саламатова етәкселегендәге фильмдың премьераһын көтөгөҙ.
Баязит Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Рәмзиә һәм Рафаэль Ғәйнуллиндар ҡатнашлығында төшөрөлгән фильмда тәүге аҙымдар яһаны. Ҡотлайбыҙ!