Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март , 15:52

"Алтын тирмә" уйыны үтте

Ишей ауылында "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны үтте. Ул етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды.

Ишей ауылында "Алтын тирмә" интеллектуаль уйыны үтте. Ул етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналды. Сараны ауылдың мәҙәни ойоштороусыһы Миңзифа Ишдәүләтова үткәрҙе. Уйында ике команда ҡатнашты. "Ағинәйҙәр" ойошмаһы һәм китапхана менән мәктәп хеҙмәткәрҙәренән торған коллективтар һынау тотто. Һорауҙар Рәсәй, Башҡортостан тарихына, мәҙәниәтенә арналды. 

"Алтын тирмә" уйыны тәүге тапҡыр ойошторолһа ла, һәйбәт үтте, ярыш бик сәмле барҙы. Ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт", - тине Ишей ауылы клубының мәҙәни ойоштороусыһы Миңзифа Ишдәүләтова. 

Автор: Альбина Байзигитова
Читайте нас