Һаҡмар
-3 °С
Облачно
Антитеррор
Мәҙәниәт
20 Февраля , 04:30

"Десентниктар" һәм "Разведчиктар"

"Сәләмәт ауыл" 2025 проекты сиктәренда Ишей мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата "Ил һағында" байрамы булып үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Сәләмәт ауыл 2025 проекты сиктәренда Ишей мәктәбендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата "Ил һағында" байрамы булып үтте.Сараға ир- егеттәр,мәктәп,китапхана,клуб хеҙмәткәрҙәре ҡатнаштылар."Десентниктар" һәм "Разведчиктар" командаларына бүленеп ярыштылар.Һорауҙарға яуаптар бирҙеләр,
мәҡәлдәр,әйтемдәр ,сәпкә атыуҙа янып- көйөп ,һәр команда беренсе булырға тырышыты шулайҙа дуҫлыҡ еңде.Байрам йыр- моңға үрелеп барҙы.
Ир- егеттәрҙе ҡотлап балалар үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләктәрен тапшырҙылар,шулай уҡ ҡатын- ҡыҙҙар ҙа ҡотлауҙарға ҡушылдылар.
Артабан ҡатын- ҡыҙҙар ойошторған байрам табынында тәмлекәстәр менән һыйландыҡ.Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк.
Бына шулай байрамыбыҙ күңелле үтте.
Килгән ҡунаҡтарға,ҡатын- ҡыҙҙарға рәхмәт.

"Десентниктар" һәм "Разведчиктар"
"Десентниктар" һәм "Разведчиктар"
Автор:Лилия Такаева