Ишмырҙа ауылында гөрләп ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙең береһендә тәүге тапҡыр башҡорт рухында «Толоп Фест» үтте.
.Хәйбулла районы Первомайский ауылынан килгән дәртле"Әхирәттәр", Һаҡмар ауылының тәкәбер,сая"Ҡаҡтуғай",Ҡуянтау ауылынан торған ерҙә ут сығарған"Шоңҡар", Богачевка һәм Ишмырҙа ауылының шаян"Дружба" командалары ҡатнаштылар.
Уйындар бик сәмле барҙы.
Төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, Баймаҡ ҡалаһының Автоклуб менән килгән артистарының дәртле йырҙары һәм бейеу көйҙәре менән һуғарылып барҙы,уйынсыларға дәрт өҫтәп кенә торҙо.Һәр команда
исеменә тура килтереп, йылы быймаларҙа, толоп-тундарҙа, ҡолаҡсын бүректәр кейеп, матур-матур шәлдәр бәйләп килгәндәр
Ниндәй генә тундар,толоптар,ҡолаҡлы кәпәстәр,матур -матур шәлдәр булманы.Хатта 1938 йылғы тунда матур һаҡланған,алып килеп күрһәттеләр "Ҡаҡтуғай" командаһы.
Байрамда ҡунаҡтарҙы йылытып та, күңелдәрен күтәреп тә ебәреп торған самауыр сәйе тағыла байрамға йәм өҫтәне.
Уйын булғас еңеуселәре лә була:
1-се урын-"Шоңҡар"һәм "Ҡаҡтуғай"командаларына бирелде
2-се урын-"Әхирәттәр" һәм "Дружба" командалары яуланы.Барыһынала иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бөгөнгө байрамды ойошторорға ярҙам иткән ауыл ️хәкимиәтенә,Ағинәйҙәргә, женсовет ҡыҙҙарына,ауыл хакимиатендә эшлаган ҡыҙҙарға,клуб ҡыҙҙарына спонсор булған Шагадатов Альберт Әнеуәр улына,йәлләмәй генә сараға толоп-тундарын,быймаларын,кәпәстәрен биргән ауылдаштарға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ,иҫәнлек,һаулыҡ теләйбеҙ 
Бергә булайыҡтар, берҙәм булайыҡтар.
Гүзәл Ғөбәйҙуллина, мәҙәни ойоштороусы